Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Август , 00:14

Афарин беҙҙекеләргә!

«Башҡорт аты» III халыҡ-ара фестивале лә тамамланды. Фәнни-ағартыу, мәҙәни-спорт сараһы Рәсәйҙең һигеҙ төбәгенән, тағы ла ун бер илдән 11,5 мең кешене йыйҙы. Ауырғазы районынан да йыйылма команда ҡатнашты, улар лайыҡлы уңыштар менән ҡайтты.

Афарин беҙҙекеләргә!
Афарин беҙҙекеләргә!

«Ылаҡ» милли уйынында Башҡортостандан һәм Ҡаҙаҡстандан туғыҙ  команда ҡатнашты. Беҙҙең райондың йыйылма командаһында Вилнур Ғәлимов, Филгәт Назаров, Малик Назаров, Малик Вәлиев, Илвир Ибраков, Илшат Хужин, Айбулат Лоҡманов, Рушан Вәлитов. Был уйынды өс йыл ғына уйнаһалар ҙә, улар шундай ҙур фестивалдә дүртенсе урынды алды!   Бигерәк тә улар Учалы командаһы менән бәйгелә уларҙы еңеүҙәренә ғорурлана.


Шланлы ауылынан Денис Федоров та гәзит уҡыусыларыбыҙға таныш. Ул алты саҡрымлыҡ дистанцияла аты менән еңеүсе булды.

Әлбиттә,көрәш беҙҙекеләрҙең еңеүеһеҙ буламы ни! Төрөмбәт ауылынан Рузил Ғөбәйҙуллин алтын миҙалды ышаныслы яуланы. Мораҙымдан Рөстәм Һатлыҡов өсөнсө урынға сыҡты.

Спортсыларҙы йыраҡ юлда ла, ярыштарҙа ла яндарында булып, уңыштарға илһамландырыусы ғаиләләре  булды.

Команданың капитаны Вилнур Ғәлимов алдағы йылдарҙа ла ҡатнашасаҡтарына, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә ирешәсәктәренә ышана:

  • Беҙ артабан да тырышып, ныҡышмаллыҡ менән ярыштарға әҙерләнәсәкбеҙ. Күберәк егеттәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Бүтән командаларҙың запастағы уйынсылары бар, был мөһим. Уйында имгәнеү хәүефе бар. Фестивалдән бай тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Әҙерлеге һәм күләмлелеге таң ҡалдырҙы. Бындай ҙур сараға барыуҙы ойошторғаны, уға булышлыҡ иткәне өсөн район хакимиәтенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.   

Спортсыларҙың маҡсаттарына ирешәсәгенә шик юҡ, алда барыһына ла ҙур уңыштар, ғаилә именлеге, бәрәкәтле тормош насип итһен!

Афарин беҙҙекеләргә!
Афарин беҙҙекеләргә!
Афарин беҙҙекеләргә!
Афарин беҙҙекеләргә!
Афарин беҙҙекеләргә!
Афарин беҙҙекеләргә!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: