Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Август , 12:45

Ауырғазы районы үҙәгендә Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө башланды

Ауырғазы районы Талбазы ауылында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу үҙәге төҙөү буйынса эштәр ваҡытынан алда бара.

Ауырғазы районы үҙәгендә Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө ваҡытынан алда бара
Ауырғазы районы үҙәгендә Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө ваҡытынан алда бара
Борай районында Физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ул былай тине:: «Беҙҙең район үҙәктәрендә ошондай физкультура-һауыҡтырыу комплекстары булһын, тигән хыялым бар. Иң мөһиме: беҙ балаларыбыҙҙың күҙҙәре янып тороуын күрәбеҙ. Бына шуның өсөн беҙ барыһын да эшләйбеҙ ҙә инде». Санкция баҫымы һәм махсус хәрби операция үткәреү шарттарында, бюджет средстволарының бер өлөшөн яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға йүнәлткәндә, спорт үҫешенә йүнәлтергә аҡса табабыҙ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Уны төҙөүгә республика бюджетынан яҡынса 545 миллион һум йүнәлтеләсәк. Спорт комплексын төҙөү һәм төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе 2026 йылдың июленә тиклем тамамлау планлаштырыла.

Өфөнөң «Билд» компанияһы 544,9 миллион һумға контракт төҙөнө, - тип хәбәр ителә дәүләт һатып алыуҙары сайтында.

Комплекс Парк урамында, район газ хужалығы хеҙмәте бинаһы артында,  урынлашасаҡ. Бөгөн бында техникалар эшләй, бина өсөн майҙан әҙерләнә. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың да ҡаҙанышы бар. Башта төҙөлөштө 2025 йылда башлау планлаштырылғайны. Радий Хәбиров ярҙамы менән аҡсаның бер өлөшөн 2025 йылдан 2024 йылға күсерергә мөмкин булды. Быйыл ошо маҡсатҡа 25 миллион һум йүнәлтелде. Тимәк, алдан уҡ эшләй башлау мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

ФОК ниндәй буласаҡ?  

Ул бассейны булған ике ҡатлы бинанан ғибәрәт буласаҡ.

Спорт комплексының үткәреү һәләте тәүлегенә 80 кеше тәшкил итәсәк, шул иҫәптән бассейнға — 32 кеше. Бер үк ваҡытта бында 106 кеше шөғөлләнә аласаҡ.

Бассейнда балаларҙы уҡытырға һәм күнекмәләр менән ярыштар үткәрергә, шулай уҡ реабилитация үтергә мөмкин буласаҡ. Бассейндың тәрәнлеге 1,2 метрҙан 1,8 метрға тиклем буласаҡ.

Һис шикһеҙ, был комплекс йәштәр араһында ла, өлкән быуын араһында ла ҙур һорау менән файҙалана башлаясаҡ. Ауырғазыларҙың йәшәү сифатын һәм ауыл тормошоноң йәлеп итеүсәнлеген арттырасаҡ.

 

Ауырғазы районы үҙәгендә Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө ваҡытынан алда бара
Ауырғазы районы үҙәгендә Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө ваҡытынан алда бара
Ауырғазы районы үҙәгендә Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө ваҡытынан алда бара
Ауырғазы районы үҙәгендә Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө ваҡытынан алда бара
Риф Рафиҡов, Ауырғазы районы ветерандары Советы рәйесе Һис шикһеҙ, күптән көтөлгән бассейнлы Физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу Ауырғазы халҡы өсөн мөһим ваҡиға буласаҡ, был физик үҫешкә генә түгел, ә лидерлыҡ сифаттарын, дисциплинаны һәм команда рухын формалаштырыуға ла булышлыҡ итәсәк. Пенсионерҙарыбыҙ ҙа артта ҡалмай. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы ярҙамында улар республика ярыштарында даими ҡатнаша. Күптән түгел Спартакиадала ҡатнашып, команда зачетында уңышҡа өлгәштек. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөҙөүҙә уңыштар юҡ. Киләһе ярыштарҙа был мөмкинлек булыр, тип ышанам. Бассейнда пенсионерҙарыбыҙ өсөн күнекмәләр эшләү мөмкин буласаҡ бит!
Рух
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: