Район өсөн сағыштырмаса яңы булған «Ылаҡ» уйыны өсөн ике команда формалашты. Таһыллыҡ, сослоҡ, ҡыйыулыҡ талап иткән уйындың үҙ тамашасылары, көйәрмәндәре лә бар хәҙер. Командалар күптән түгел башлаһалар ҙа, республика фестивалендә лә ҡатнашырға өлгөрҙө. Тәжрибә туплана, ҡыҙыҡһыныусылар ҙа арта.
Быйылғы йәй Мораҙым һәм Төрөмбәт командалары өсөн үҙ-ара ярыштар үтте. Иң беренсе Төрөмбәт ауылында осрашһалар, икенсеһе, кисә, 27 июль, Мораҙымда булды. Көсөргәнешле,сәмле алыштарҙың икеһендә лә Төрөмбәт командаһы алдынғылыҡты бирмәне. Беренсеһендә 81 иҫәбе менән еңһә, икенсеһендә 4:2 менән алға сыҡты.
Алда тағы бер алыш көтә, командалар август башында Төрөмбәттә осрашасаҡ.