Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Май , 12:40

31-сегә беренсе урын! Афарин, Батырхан!

17 майҙа Сибай ҡалаһында уҡтан атыу буйынса төбәк-ара турнир үтте. Уны Башҡортостан Мәғариф министрлығы Сибай ҡалаһының полилинваль гимназияһы һәм «Ирәндек уҡсылары» клубы менән берлектә ойошторҙо. Өфө, Учалы, Сибай, Күмертау, Ишембай ҡалаларынан һәм Ауырғазы, Өфө, Ейәнсура, бАймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Иглин райондарынан һәм Силәбе өлкәһе менән Татарстандан 100-гә яҡын уҡсы ҡатнашты. Был балалар араһындағы иң ҙур ярыш булды.

31-сегә беренсе урын! Афарин, Батырхан!
31-сегә беренсе урын! Афарин, Батырхан!

Беҙҙең «Меркет уҡсылары» клубынан Батырхан Ғайсин 10 – 13 йәшлектәр араһында беренсе урынды яуланы. Ул иң күп - 234 мәрәй- йыйҙы. Өс йыл эсендә Батырхандың был еңеүе икән. Афарин!
Аделина Шафиҡова ошо уҡ категорияла икенсе булды.


Тренерҙары Фәим Ғайсин ярыштарҙы юғары кимәлдә ойоштороусы Хөрмәт Таһировҡа, «Зодчий» сауҙа-ял комплексы директоры Рәмил Әминевҡа финанс ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтен еткерә.

Ә барлыҡ йәш уҡсыларға уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, тағы ла ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ!

31-сегә беренсе урын! Афарин, Батырхан!
31-сегә беренсе урын! Афарин, Батырхан!
31-сегә беренсе урын! Афарин, Батырхан!
31-сегә беренсе урын! Афарин, Батырхан!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: