Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль , 22:44

УЙЫН КОМАНДАЛАР БЕРҘӘМЛЕГЕН КҮРҺӘТТЕ

Талбазыла район-ара «Зарница» хәрби-спорт уйынының финалы үтте.

УЙЫН КОМАНДАЛАР БЕРҘӘМЛЕГЕН КҮРҺӘТТЕ
УЙЫН КОМАНДАЛАР БЕРҘӘМЛЕГЕН КҮРҺӘТТЕ

Уйында Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Архангель райондарынан студенттар ҡатнашты.

 

 Белеүегеҙсә, был уйында төрлө һынауҙар үтергә кәрәк, улар яландағы хәрби хеҙмәт шарттарына яҡын.
Конкурс программаһы төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеүгә, зирәклеккә, етеҙлеккә, тиҙ ҡарар ҡабул итә белеүгә һынауҙарҙа үҙ эсенә ала.  Һәр команда берҙәмлектәрен, коллективта эшләй белеүҙәрен күрһәтте.  Һәр хәлдә, лайыҡлы Ватан һаҡсылары үҫеп килә.

Финалға Ҡырмыҫҡалы районы менән беҙҙекеләрҙең командаһы үтте.

 Ҡыҙыу барған ярыштарҙа Ауырғазы егеттәре һәм ҡыҙҙары еңеү яуланы.

Һәр ҡатнашыусыға афарин, тип кенә әйтергә, сөнки һынауҙарҙы үтеү еңелдән түгел, йәштәрҙең береһе лә һынатманы.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте сайты.

УЙЫН КОМАНДАЛАР БЕРҘӘМЛЕГЕН КҮРҺӘТТЕ
УЙЫН КОМАНДАЛАР БЕРҘӘМЛЕГЕН КҮРҺӘТТЕ
УЙЫН КОМАНДАЛАР БЕРҘӘМЛЕГЕН КҮРҺӘТТЕ
УЙЫН КОМАНДАЛАР БЕРҘӘМЛЕГЕН КҮРҺӘТТЕ
УЙЫН КОМАНДАЛАР БЕРҘӘМЛЕГЕН КҮРҺӘТТЕ
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: