Рух
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар , 22:15

САҢҒЫСЫЛАР ӨС МИҘАЛ ЯУЛАНЫ

"ДЕМСКАЯ ТРИДЦАТКА" САҢҒЫСЫЛАР ЯРЫШЫНДА БЕҘҘЕҢ РАЙОНДЫҢ КОМАНДАҺЫ ЛАЙЫҠЛЫ СЫҒЫШ ЯҺАНЫ

САҢҒЫСЫЛАР ӨС МИҘАЛ ЯУЛАНЫ
САҢҒЫСЫЛАР ӨС МИҘАЛ ЯУЛАНЫ

«Демская тридцатка» тип аталған саңғы ярышы иң ҙур старттарҙың береһе иҫәпләнә.

Ял көнө, 21 ғинуарҙа Өфөнөң Дим районындағы ҙур саңғы ярышына илебеҙҙең 15 ҡалаһынан һәм 7 төбәгенән 315 спортсы килде.

Ауырғазы командаһы ла һынатманы, саңғыла етеҙ елеүҙәрен иҫбатлай алды.
Түбәндәге һөҙөмтәләр быны күрһәтә.

Балалар өсөн 500 метрлыҡ йүгереүҙә Әминә Камалетдинова 2-се урын яуланы.

3.3 саҡрымлыҡ масс-стартта үҫмерҙәр араһында Мөхәммәт Камалетдинов, ҡыҙҙар араһында Сафия Ишбулдина 1-се килде. Шул уҡ арауыҡта 14 йәштән ҙурыраҡтар категорияһында
Данияр Ишбулдин 3-сө урынға сыҡты.

Ә 14-15 йәшлек ҡыҙҙар араһында 10 саҡрымлыҡ дистанцияла Илнара Камалетдинова 4-се урынды яуланы.

Тренер А.Ишбулдин һәм йәш спортсыларҙы яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ! Тағы ла үрҙәр яуларға булһын!

САҢҒЫСЫЛАР ӨС МИҘАЛ ЯУЛАНЫ
САҢҒЫСЫЛАР ӨС МИҘАЛ ЯУЛАНЫ
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: