Рух
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ғинуар , 12:47

ЯЛДАР ФАЙҘА МЕНӘН ҮТӘ

Ауырғазы районында ла төрлө ярыштар, уйындар үтте. Волейбол, “Вәғәҙәләр йүгереүе” һәм башҡа төрлө саралар күп кешене йыйҙы.

ЯЛДАР ФАЙҘА МЕНӘН ҮТӘ
ЯЛДАР ФАЙҘА МЕНӘН ҮТӘ

Ял һәм байрам көндәрен сәләмәтлеккә файҙа менән үткәреү өсөн Башҡортостанда 1 ғинуарҙан 10 ғинуарға тиклем Һаулыҡ һәм спорт декадаһы ойошторолдо. Уға бөтә район һәм ҡалалар ихлас ҡушылды.

Ауырғазы районында ла төрлө ярыштар, уйындар үтте. Волейбол, “Вәғәҙәләр йүгереүе” һәм башҡа төрлө саралар күп кешене йыйҙы.

“Ғаиләләр уйыны”ның муниципаль этабына райондың төрлө ауылдарынан килгән атай-әсәйҙәр һәм балалары ҡатнашты.

Күңелле ярыштар сәмләндерҙе, һәр ғаилә еңергә ынтылды.

Бит алмалары ҡыҙарып, уйындарҙан кңүелдәре күтәрелгән балалар ҙа ихлас уйнаны.

Ун ике команданың береһе лә ситтә ҡалманы. Һәр ярыштың еңеүсеһе билдәләнә. Бында ла йомғаҡтар буйынса Яңы Федоровка ауылынан Алексеевтар ғаиләһе беренсе урынға сыҡты. Исмәғил ауылынан Тимофеевтар – икенсе, Терәпәнән Каменщиковтар өсөнсө урын яуланы.

 

Һәр ҡатнашҡан ғаиләгә афарин! Хәрәкәттә – бәрәкәт, балаларға өлгө биреп, спортҡа йәлеп итеп йәшәүҙәре маҡтауға лайыҡ! Сәләмәт тормош рәүешен үҙ итеүселәр ҡышҡы каникулдарҙы файҙа менән үткәрә.

ЯЛДАР ФАЙҘА МЕНӘН ҮТӘ
ЯЛДАР ФАЙҘА МЕНӘН ҮТӘ
ЯЛДАР ФАЙҘА МЕНӘН ҮТӘ
ЯЛДАР ФАЙҘА МЕНӘН ҮТӘ
ЯЛДАР ФАЙҘА МЕНӘН ҮТӘ
ЯЛДАР ФАЙҘА МЕНӘН ҮТӘ
ЯЛДАР ФАЙҘА МЕНӘН ҮТӘ
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: