Рух
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Декабрь 2023, 22:15

БОҘ МАЙҘАНЫ БУШ ТОРМАҺЫН!

АУЫРҒАЗЫ КҮП ПРОФИЛЬЛЕ КОЛЛЕДЖ ЯНЫНДА  КАТОК АСЫЛДЫ

БОҘ МАЙҘАНЫ БУШ ТОРМАҺЫН!
БОҘ МАЙҘАНЫ БУШ ТОРМАҺЫН!

Ҡышҡы спорт миҙгелен асыу тантанаһы үтте. Колледжы биләмәһендәге катокты асыуға район хакимиәте башлығы Арслан Шәһәретдинов та килде. Ул барыһын да ҡотланы һәм колледжға ҡар таҙартыу машинаһы менән 20 пар яңы тимераяҡтар бүләк итте.

Колледжда уҡыусылар боҙҙа кинәнеп шыуҙы, ярышта ҡатнашты. Каток спорт саралары һәм ярыштары һәм һаулыҡҡа файҙа менән ваҡыт үткәреү өсөн дә яҡшы урын буласаҡ.

Бында килеүселәр өсөн йылы кейенеү бүлмәһе менән тимераяҡтар прокаты пункты эшләйәсәк. Ҡараңғы ваҡытта ла яҡты буласаҡ, каток яҡтыртыла. Видеокүҙәтеү камералары ла урынлаштырылған.

Ҡыш миҙгеле күңелле һәм мөғжизәле булһын!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: