Рух
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Декабрь 2023, 09:54

Көрәшселәребеҙ уңышлы сығыш яһаны

8-9 декабрҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәсәй Федерацияһы Геройы Алмаз Сафин иҫтәлегенә бағышланған беренсе республика көрәш турниры үтте.

Көрәшселәребеҙ уңышлы сығыш яһаны
Көрәшселәребеҙ уңышлы сығыш яһаны

Турнирҙа 2006-2010 йылғы 200-ҙән артыҡ үҫмер ҡатнашты. Ун һигеҙ район араһында Ауырғазынан Булат Ильясов тәрбиәләнеүселәре лә бар ине. Улар юғары техникаға эйә булыуҙарын һәм оҫталыҡтарын күрһәтте.

 Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Нурислам Һатлыҡов 1-се урын (50 килограмм ауырлыҡ категорияһында, Р. Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы), - Ленар Ғәлимов 2-се урын (55 килограмм, колледж), 3-сө урын – Байрас  Назаров (65 кг Р. Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы), Рауил Тимербулатов – 2-се урын (70 кг: Р. Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы),: Арслан Исхаҡов 1-се урын (+80 кг, Степановка мәктәбе).

Ауырғазы районы командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
Еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар ойоштороусылар һәм Алмаз Сафиндың туғандарынан миҙалдар, дипломдар, кубок һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.

Ә беҙҙең көрәшселәргә һәм уларҙың тренеры Булат Мирғәле улы Ильясовҡа артабан да уңышлы спорт еңеүҙәре теләйбеҙ!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: