Рух
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Сентябрь 2023, 10:37

Эстафета - беҙҙең районда

Иглин районы вәкилдәре спорт эстафетаһын ауырғазыларға тапшырҙы

Эстафета - беҙҙең районда
Эстафета - беҙҙең районда

«Беренселәр республикаһы» - спорт ваҡиғалары эстафетаһы. Ул Башҡортостан буйлап райондан-районға тапшырыла килә. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы нигеҙләнеүгә 100 йыл тулыу билдәләнә. «Спорт калейдоскобы «Беренселәр республикаһы» спорт саралары республика эстафетаһы старт алды.


Шәмбе көнө, 16 сентябрҙә, Иглин районы вәкилдәре эстафета символдарын – флаг менән тупты – Ауырғазы районына тапшырҙы. Тупта Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насированың автографы ла бар.

Сығанаҡ: Pro спорт и молодежь Аургазинского района

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: