Рух
+14 °С
Облачно
Спорт
25 Августа 2023, 16:37

Ауырғазы командаһы – еңеүсе!

Стәрлетамаҡ районының Үрге Уҫылы ауылында ошо ауылдың геройы, Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән Радик Сәйфетдинов иҫтәлегенә бағышланған футбол турниры үтте. Унда Ауырғазы командаһы ла ҡатнашты.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауырғазы командаһы – еңеүсе!Ауырғазы командаһы – еңеүсе!
Ауырғазы командаһы – еңеүсе!
  •  
  • Көсөргәнешле ярыш барҙы. Барыһы ла призлы урындар яуларға тырышты, уйындың һөҙөмтәһенә финалдағы пенальти серияһы йоғонто яһаны.

  • Стәрлетамаҡ районының «Уҫылы» командаһы өсөнсө, Стәрлебаштың «Ҡарағош»о икенсе  урынға лайыҡ булды
    «Ауырғазы» командаһы еңеүселәр кубогын алыуға иреште. Афариндар!

    Турнир барышында «Спорт калейдоскобы «Беренселәр республикаһы» республика эстафетаһының эмблемаһы - күсмә флагы һәм туп Ишембай районы вәкилдәренә тапшырылды.
    Быйылғы йылдың барлыҡ спорт саралары ошо проект сиктәрендә үткәрелә. Уларҙың төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләү.

    Фотолар: https://vk.com/album-214235102_295710722 альбомынан.

    Сығанаҡ: Управление культуры, спорта, молодежи Стерлитамакского района 
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас