Руся Рәсәй көнөндә тыуған, ҡушаматы ла шуға бәйле.
Вилнур Ғәлимовтың бәләкәй саҡтан хыялында йөрөткән ат ул. Ҡайҙалыр шундай төҫтәге аттыкүрҙем, һуңынан эх миндә булһа ине, тигән ҙур теләгем булды, ти ул.
Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, бер ваҡыт Усман ауылында (Таштамаҡ ауыл Советы биләмәһе)шундай төҫлөнө күрә. Хужаларынан һатыуҙарын һорай, ризалашмайҙар. Һуңынан үҙҙәре үк шылтыратып тәҡдим иткәс, Вилнурҙың шатлығының сиге булмай. Тик ҡушаматын алмаштырмауын һорайҙар.
Алып ҡайтҡас, бер йыл сығарып йөрөтмәй. Кешеләр үҙенсәлекле йәш атты фотоға төшөрөргә, үҙҙәре лә уның менән төшөргә киләләр. Был тирәлә ошондай төҫлө ул берәү генә.
"Беренсе мәртәбә Заготскот ауылына дуҫым Илдарға егеп барҙым. Уның аттары беҙҙе күргәс тә, торған урындарын емереп сығып ҡастылар, - тип һөйләй Вилнур. - Ике йыл ауылға өйрәтә алманым, ниңәлер башҡа аттар унан ҡурҡалар ине. Яҡын да килмәй торғайнылар. Иң ҡыҙығы шул булды".
Әле ул һигеҙ йәштә. Һабантуйҙарҙа, төрлө ярыштарҙа һынатмай. Ҙур һәм көслө генә лә түгел, бик тә аҡыллы ла ул. Хужаһын ярата, уны күрһә, тыныслана. Былтыр район һабантуйында беренсе тапҡыр үткәрелгән “Ылаҡ” уйынында ла ҡатнашып, командаға беренсе урын килтерә. Һәм шул уҡ йылда Баймаҡ районына “Башҡорт аты” фестиваленә барып, шулай уҡ “Ылаҡ”та уйнайҙар. Бында ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ командалары менән аралашып, Вилнурҙың командаһы тәжрибә лә туплай.
Әйткәндәй, ошо фестивалдә Ҡаҙағстандан килгән ярышыусылар Русяны уларға һатыуҙарын һорап, ике көн буйы ауырғазылар артынан инәлеп йөрөйҙәр. Көслө, етеҙ булыу менән бергә бик тә матур ҙа шул был ат. Уның әсәһен дә элекке хужаһынан Һарытау яғына циркта эшләү өсөн һатып алып киткәндәр бит.
Өлкәндәр менән кәңәшләшеп, күҙенә ҡарап торған атын һатыуҙан ҡырҡа баш тарта хужаһы. Хатта ҡайтып еткәс тә, телефонына шылтыратып, хаҡты күтәреп, ҡайтышлай инеп алабыҙ, тип,ярты миллион да тәҡдим итәләр. Вилнур үҙ һуҙендә ҡала.
Бына шундай киң билдәле ул Төрөмбәт ауылынан Руся ҡушаматлы ат. Артабан да уңыштар, еңеүҙәр килтереп, шатландырып торһон!