Рух
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Июнь 2023, 10:06

ТӨП БҮЛӘК - АТҠА КЕМ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛДЫ?

БЕЛЕҮЕГЕҘСӘ, "ӨРШӘК БУЙЫ УЙЫНДАРЫ" РЕСПУБЛИКА ФОЛЬКЛОР БАЙРАМЫНДА КӨРӘШ БӘЙГЕҺЕНДӘ АБСОЛЮТ ЕҢЕҮСЕГӘ АТ БҮЛӘК ИТЕРГӘ ВӘҒӘҘӘ ИТКӘЙНЕЛӘР. УЛ КЕМГӘ ЭЛӘКТЕ ИКӘН?

ТӨП БҮЛӘК - АТҠА КЕМ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛДЫ?
ТӨП БҮЛӘК - АТҠА КЕМ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛДЫ?

"Өршәк буйы уйындары" төрлө халыҡ уйындары,спорт ярыштары менән ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле үтте. Бер ерҙә ат сабышын тамаша ҡылһалар, икенсе урында мәргәндәр уҡ атты. Көрәш бәйгеһе лә, һәр ваҡыттағыса, килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итте. 

Ике келәмдә батырҙар бил бирмәҫкә, икенсе яҡты йығып һалырға тырышты. Төрлө райондарҙан килгән ҡатнашыусылар бер-береһен дәртләндереп торҙо. 

Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Ә инде һөҙөмтәләр буйынса абсолют еңеүсе батырыбыҙ - ул Мораҙым ауылынан Рушан Ильясов булды. Рәсәй чемпионы, төрлө район һабантуйҙарында еңеүҙәр яулап йөрөүсе Рушанға башҡорт тоҡомло атҡа сертификат бирелде. Афарин, батыр! Райондың, республиканың данын күтәрәһең! 

ТӨП БҮЛӘК - АТҠА КЕМ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛДЫ?
ТӨП БҮЛӘК - АТҠА КЕМ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛДЫ?
ТӨП БҮЛӘК - АТҠА КЕМ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛДЫ?
ТӨП БҮЛӘК - АТҠА КЕМ ЛАЙЫҠЛЫ БУЛДЫ?
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: