Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Апрель 2023, 11:00

Ауырғазыға Сибайҙан еңеү менән ҡайттылар

Аталы-уллы Ғайсиндар еңеүҙәр географияһын киңәйтә бара!

Ауырғазыға Сибайҙан еңеү менән ҡайттылар
Ауырғазыға Сибайҙан еңеү менән ҡайттылар

15 апрелдә Сибай ҡалаһында традицион уҡтан атыу буйынса республика турнирының өс этабы үтте. Унда ҡатнашыусылар "Ирәндек уҡсылары" клубы кубогына дәғүә итте. Ярышҡа Башҡортостандың төрлө ауыл-ҡалаларынан килделәр.

Уҡ атыуҙа тәүге аҙымдар яһаусылар араһында көс һынаусы Батырхан Ғайсин беренсе һәм икенсе этапта 2-се, өсөнсө этапта иһә 1-се урын яуланы.
Фәим Ғайсин да ошо уҡ категорияла беренсе этапта 5-се урынбулһа, икенселә 1-сегә, өсөнсөлә 2-се урынға сыҡты.

Дөйөм зачетта Батырхан 1 -се урынға лайыҡ булып, миҙгелдең еңеүсеһе булды. Уға Кубок, миҙал, диплом бирелде һәм аҡсалата бүләкләнде.

Фәим Салауат улы  - 2-се урында. Шулай уҡ миҙал, диплом һәм аҡсалата бүләкләү алды. Афарин, Ғайсиндар! Һәр ерҙә лә өлгөрәһегеҙ, уңыштарға ирешәһегеҙ! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: