+1 °С
Ҡар
Фәим Ғайсин әҙерләгән ете каратист Киокусинкай буйынса Иҙел буйы федераль округы беренселегендә ҡатнашты.
Был ярыш Ульяновск ҡалаһында 4-5 мартта үтте. Унда Ульяновск, Һамар, Һарытау өлкәләренән, Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикаларынан 400-ҙән артығыраҡ спортсы ҡатнашты.
Ғиләжетдинова Илария (12 — 13 йәшлектәр, 45 кг-ға тиклем) менән Тимур Ҡурамшин (12 — 13 йәшлектәр, 40 кг-ға тиклем) икенсе урын яуланы.
Елизавета Фомина ( 50 кг-ға тиклем) менән Эльвира Рахманбердыева (65 кг-дан артыҡ) өсөнсө булдылар.
Башҡортостан командаһы 3-сө урынға сыҡты.