Рух
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Февраль 2023, 15:03

АЛТЫН МИҘАЛ МЕНӘН РӘСӘЙ СПОРТ МАСТЕРЫНА КАНДИДАТЛЫҠТЫ РАҪЛАНЫ

Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан Әлфинә Большакова билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында алтын миҙалға лайыҡ булды

АЛТЫН МИҘАЛ МЕНӘН РӘСӘЙ СПОРТ МАСТЕРЫНА КАНДИДАТЛЫҠТЫ РАҪЛАНЫ
АЛТЫН МИҘАЛ МЕНӘН РӘСӘЙ СПОРТ МАСТЕРЫНА КАНДИДАТЛЫҠТЫ РАҪЛАНЫ

4 февралдә Пермь крайының Барҙа ауылында билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтте. Ул Афғанистанда һәләк булған яугирҙарға арналды.

Ярышта 15-17 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашты.

Ауырғазы районы Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Әлфинә Большакова был турнирҙа еңеүсе булды һәм ошо спорт төрө буйынса Рәсәй спорт мастеры кандидаты тигән званиены раҫланы. Быға тиклем дә ул күп кенә ярыштарҙа уңыштарға иреште.

 

Уның тренеры Илдус Нәҙершин Әлфинәнең тырыш, ныҡышмал булыуынн билдәләй. “Ул йүгереү, саңғыла йөрөү менән шөғөлләнә, тейешле күнекмәләрҙе үҙаллы үтәп, үҙенең физик формаһын тота. Мартта үтәсәк Башҡортостан беренселегенә ярыштарға әҙерләнәбеҙ. Хәҙер Әлфинә биш килограмға артығыраҡ категорияла сығыш яһай. Быға тиклем 52 булһа, хәҙер 57 кг ауырлыҡ категорияһында. Ҙур айырма, әлбиттә, ул тырыша”, - ти ул тәрбиәләнеүсеһе тураһында.

 

Әле Өфөлә күп профилле колледжда уҡып  йөрөгән ҡыҙ ауылға ҡайтҡан саҡтарҙа тренеры менән күнекмәләр үткәрә. Алдағы көндәрҙә лә Әлфинәнең еңеүҙәре тураһында ишетербеҙ, тип ышанабыҙ.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: