Рух
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Февраль 2023, 11:56

ҒАЙСИНДАР ҒАИЛӘҺЕ – ИҢ ЯҠШЫҺЫ

Талбазы ауылынан Ғайсиндар ғаиләһе уҡ атыу буйынса “Мәргән уҡсы” район-ара ярыштарында иң яҡшыһы тип танылды

ҒАЙСИНДАР ҒАИЛӘҺЕ – ИҢ ЯҠШЫҺЫ
ҒАЙСИНДАР ҒАИЛӘҺЕ – ИҢ ЯҠШЫҺЫ

Улар Күгәрсен районының Бикбулат ауылында үткән ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында уҡтан атыу буйынса район-ара ярышында ҡатнашты.Бында шулай уҡ 16 йәшкә тиклем балалар ҙа мәргәнлектә көс һынашты. Хужаларҙан тыш, Ауырғазы, Федоровка, Көйөргәҙе, Ейәнсура райондары командалары килде.

Талбазынан Ғайсиндар ғаиләһенән барыһы ла уҡтан атты. Һәм улар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ғаилә башлығы Фәһим ир-аттар араһында 1-се урын яулаһа, ҡатыны Айгөл ҡатын-ҡыҙҙар араһында, ә улдары Батырхан 16 йәшкә тиклемге категорияла шулай уҡ 1-се урынға сыҡты.

 

Ярыш аҙағында махсус бүләккә уҡтан атыу булды. Бында ла Батырхан татлы бүләк - өс литрлы банкала умарта балын отто.

Спорт яратҡан, бөтә яҡтан да әүҙем, өлгөр ғаиләгә афарин тип кенә әйтәбеҙ!

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас