Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Март 2022, 22:52

ЕЛДӘН ЕТЕҘ МЕРКЕТ ЫРЫУЫ САҢҒЫСЫЛАРЫ

(Факил ДИЛМӨХӘМӘТОВ). Мораҙым ауылында “Айыҡ ауыл – 2022” конкурсы сиктәрендә “Меркет саңғысылары” район-ара саңғы ярышы үтте. #Айыҡауыл#Трезвоесело#Мораҙым#Ауырғазырайоны

ЕЛДӘН ЕТЕҘ МЕРКЕТ ЫРЫУЫ САҢҒЫСЫЛАРЫ
ЕЛДӘН ЕТЕҘ МЕРКЕТ ЫРЫУЫ САҢҒЫСЫЛАРЫ

Ауырғазы район хакимиәте башлығы Кубогына үткәрелгән сарала мәктәп уҡыусылары, төрлө йәштәге теләүселәр ҡатнашты. Көйәрмәндәр, тамашасылар ҙа бик күп булды.


Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Фәүзиә Юламанова, Михайловка ауыл советының хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Алмира Батталова, Меркет ырыуы ҡоро идараһының етәксеһе Зәйнулла Насиров, ярыштың төп судьяһы Зөлфәт Рамазанов спортсыларға уңыштар һәм сәмле ярыш теләне.


Саңғы ярышын тантаналы асыуҙан һуң саңғысылар йәш төркөмдәре буйынса стартҡа баҫты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: улар араһында ете тиҫтәһен ваҡлаусы өлкәндәр ҙә, 7 йәшлек беренсе класс уҡыусыһы ла бар ине. Ҡатнашыусылар араһында иң өлкәне - Миәкә районының Айыт ауылынан 71 йәшлек Рифҡәт Ғәлиев. Саңғыла йәштәрҙән былайыраҡ уҙышҡан ағайға афариндан башҡа ни әйтерһең! Ошо уҡ маҡтау һүҙен Сәмән ауылынан 7 йәшлек кенә саңғысы Әминә Камалетдинова тураһында ла әйтеп була.

Ярышта уҡыусы ҡыҙҙар араһында еңеүсе Әлфинә Большакова (Мораҙым), малайҙар араһында Миәкә районынан Илдус Шәрәфуллин булды.

18-30 йәшлектәр араһында Мораҙымдыҡылар ал бирмәне, Нәркәс Килдина ҡатын-ҡыҙҙар араһында, ир-егеттәрҙән Илгиз Ғәлиев.
Шулай уҡ 1-се урынды Түрһәгәҙенән Гөлсиә Юнусова, Миәкә районынан Рәмзил Ибәтуллин (31-40 йәшлектәр), Мораҙымдан Лима Мырҙабаева һәм  Даян Әйүпов (41-50 йәшлектәр) Миәкәнән Гөлсинә Ҡусҡарова һәм Рәнис Юнысов (51-60 йәшлектәр) алды.

Өлкәнерәк йәштәгеләрҙән Мораҙым ауылынан Динә Ишмөхәмәтова, Бишҡайын ауылынан Владимир Иванов (61 йәштән өлкән) яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, алдынғы урынға сыҡты.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса командалар араһында беренселекте һәм район хәкимиәте башлығы Кубогын Миәкә районы саңғысылары яуланы. Мораҙым ауылы саңғысылары - икенсе, 3-сө урынды Сәмән ауылы спортсылары алды. Түрһәгәҙе, Төрөмбәт ауыл саңғысылары ҙур әүҙемлек күрһәтте.

Еңеүселәргә миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Саңғы ярышын үткәрергә ярҙам иткән бағыусылар - меркет ырыуы советына, районыбыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәксеһе Айрат Габбасовҡа, яҡташыбыҙ Рәмил Вәлитовҡа һәм эскерһеҙ ярҙам иткән Мораҙым ауылы кешеләренә - Ауыл хәкимиәте һәм ярышты ойоштороусылар рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Сарала ҡатнашыусылар һәм көйәрмәндәр ҡайнар сәй, тәмле бутҡа, төрлө һый әҙерләгәндәре өсөн мәктәп ашханаһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәттәрен белдерҙе.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: