Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Ғинуар 2022, 12:23

“ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ОБОРОНАҒА ӘҘЕР”ҘӘР

Мораҙымда “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә төрлө спорт һәм мәҙәни саралар ойошторолоп тора. #Айыҡауыл #Трезвоесело

“ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ОБОРОНАҒА ӘҘЕР”ҘӘР
“ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ОБОРОНАҒА ӘҘЕР”ҘӘР

Ауыл мәктәбендә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер”, йәки ГТО комплексы буйынса тест үткәрелде. Уны район спорт комитеты ойошторҙо. Бында мәктәп уҡыусылары менән бергә башҡа теләүселәр ҙә ҡатнашты. Иң өлкән ҡатнашыусы Сынтимер Сәхиулла улы Иҫәнбаев булды.

 

 

ГТО нормаларын тапшырыу - ирекле эш. Ләкин мәктәптә һәм башҡа уҡыу йорттарында уҡыусылар өсөн был мәжбүри һанала. Халыҡтың физик сәләмәтлеген яҡшыртыуға, милләт һаулығына туранан-тура йоғонто яһаған сараға үҙ теләктәре менән өлкәндәрҙең дә ҡушылыуы, нормативтарҙы үтәүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуы ҡыуаныслы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: