Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Ғинуар 2022, 23:43

ҠЫШҠЫ УЙЫН-ЯРЫШТАР ДАУАМ ИТӘ

Ял һәм байрам көндәре булыуға ҡарамаҫтан, районда төрлө саралар дауам итә

ҠЫШҠЫ УЙЫН-ЯРЫШТАР ДАУАМ ИТӘ
ҠЫШҠЫ УЙЫН-ЯРЫШТАР ДАУАМ ИТӘ

1 ғинуарҙа "Вәғәҙәләр йүгереүе - 2022" үтте.
Был акцияла спорт яртаҡан һәм сәләмәт тормош рәүеше алып барған әүҙем кешеләр ҡатнашты.

Һәр йүгереүсе күкрәк номерына үҙенең 2022 йылға бирелгән вәғәҙәләрен, маҡсаттарын яҙҙы һәм символик дистанцияны йүгереп үтте.

Спорт һәм сәләмәтлек декадаһының беренсе көнө файҙа менән үтте.

Һәр кем үҙенең алдына маҡсат ҡуйып, шуны үтәргә тырышһын ине!

Ә бөгөн, 2 ғинуар,  Яңы йыл майҙансығында «Ҡарҙа күңелле старттар» тип аталған мауыҡтырғыс уйындар ойошторолдо.

Командалар етеҙлектә, тиҙлектә һәм ныҡышмалылыҡта ярыштылар. Төрлө уйындарҙа балалар сәмләнеп ярышты, барыһы ла алдынғылыҡты бирмәҫкә тырышты.

Бөгөнгө көн ҡарлы-буранлы булһа ла, яҡшы кәйеф, ярыш сәме менән спорт уйындарында ихлас ҡатнашыуға кәртә була алманы.

Старттан һуң татлы приздар менән һыйланыу тағы ла кәйефте күтәреп ебәрҙе.

Бына шундай күңелле уйындар менән башланған йыл артабан да күтәренке кәйеф менән дауам итһен! Сәләмәт булайыҡ!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: