Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Ғинуар 2022, 18:35

Оҫтаның эше лә һөҙөмтәле

Фәһим Салауат улы спортта ла, музыка яғынан да оҫта уҡытыусы. Ул оҙаҡ йылдар инде уҡыусы ҡыҙҙар, малайҙарға милли көрәш, карате серҙәрен өйрәтә. Ҡурай ансамблен етәкләй. Һәр эшендә лә бирелеп, ысын күңелдән эшләй.

Оҫтаның эше лә һөҙөмтәле
Оҫтаның эше лә һөҙөмтәле

Фәһим Салауат улы спортта ла, музыка яғынан да оҫта уҡытыусы. Ул оҙаҡ йылдар инде уҡыусы ҡыҙҙар, малайҙарға милли көрәш, карате серҙәрен өйрәтә. Ҡурай ансамблен етәкләй. Һәр эшендә лә бирелеп, ысын күңелдән эшләй.

Талапсан, ғәҙел тренер йәш спортсыларҙа рух ныҡлығы, ныҡышмалылыҡ тәрбиәләй. Уның эшенең һөҙөмтәләре лә юғары. Район, республика ғына түгел, Бөтә Рәсәй ярыштарында ла еңеүһеҙ ҡайтҡандары юҡ.

Үткән йыл да улар өсөн уңышлы булды. Һуңғы айҙарҙағы бер нисә ҙур ярыштың һөҙөмтәләрен генә яҙып үтәм. Мәскәүҙә үткән Кекусин-кан буйынса Рәсәй беренселегендә райондың йәш спортсылары Илария Ғиләжетдинова 10-11 йәшлек ҡыҙҙар-малайҙар араһында, шулай уҡ Эльвира Рахманбердыева менән Йәсмин Фәезова, призлы урындар яуланылар. Илдең 26 төбәгенән йыйылған 500-ләп ҡатнашыусы араһында был яҡшы күрһәткес, әлбиттә.

Өфөлә 16-20 декабрҙә «XVII Халыҡ-ара һуғыш сәнғәте форумы» тип аталған ҙур спорт ваҡиғаһы үтте. Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерләү үҙәгендә каратэ төрҙәре, билбау көрәше, айкидо, ҡул көрәше, ушу саньда, джиу-джитсу һәм башҡа дисциплиналар буйынса ярыштар ойошторолдо.

"Самурай" клубынан 11 каратист ярышта ҡатнашты. Илария Ғиләжетдинова, Батырхан Ғайсин, Эльвира Рахманбердыевалар 1-се урын яуланы.Гөлназ Навид,  Асиль Хан Мөслим, Илвир һәм Эмил Рахманбердыевтар 2-се урында.

Был уңыштар тренерҙың оҫталығы, балалар менән даими эшләүе һөҙөмтәһе, ә инде уҡыусылар остаздарынан иң яҡшы сифаттарҙы үҙләштерә ала, көрәш алымдарын өйрәнеп, яҡшы техникаға эйә булалар.

 

Киләһе йылда ла Фәһим Ғайсиндың тәрбиәләнеүселәренә уңыштар юлдаш булһын, уларҙың район данын тағы ла үҫтерәсәктәренә ышаныс ныҡлы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: