Рух
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Декабрь 2021, 10:58

Малайҙар һәм ҡыҙҙар көс һынашты

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә Мораҙымда ирекле көрәш буйынса асыҡ район турниры үтте #Айыҡауыл#Трезвоесело#сәләмәтлек  

Малайҙар һәм ҡыҙҙар көс һынашты
Малайҙар һәм ҡыҙҙар көс һынашты

18 декабрҙә Мораҙым ауылы мәктәбенең спорт залында ирекле көрәш буйынса асыҡ район турниры үтте.  Был көндө көс һынашырға 50-ләп спортсы йыйылды. Көсөргәнешле ярыштар барышында иң таһылдар, иң көслөләр билдәләнде.

Тренер-уҡытыусы Илдус Нәҙершин тәрбиәләнеүселәренән 2011-2013 йылғы ҡыҙҙар араһынан Светлана Павлова (Таштамаҡ мәктәбе, 25 кг тиклем ауырлыҡ категорияһы), Софья Эшонкулова (Мораҙым мәктәбе, 40 кг-ға тиклем), Анастасия Спиридонова (Таштамаҡ мәктәбе, 45 кг-ға тиклем), шулай уҡ тренер Николай Ананьев әҙерләгән Самира Фомина (Нуғаҙаҡ ауылы, 35 кг-ға тиклем), Карина Чайникова (Нуғаҙаҡ ауылы, 40 кг-ға тиклем) беренсе урын яуланылар.

Үтәймулла ауылы ҡыҙҙары Зөлфиә Ғибаҙуллина, Айгүзәл Ғәлиуллина, Анастасия Буркина, Нуғаҙаҡтан Самира Никитина һәм Таштамаҡтан Рената Тимербулатова үҙ ауырлыҡ категорияларында икенсе урынға сыҡты.


Үҫмерҙәр араһынан Мораҙым ауылынан Ислам Большаков (30 кг-ға тиклем), Сәлмән Яҡшин (35 кг-ға тиклем), Абдуррахман Яҡшин (45 кг-ға тиклем), Нурислам Мырҙабаев (50 кг-ға тиклем), Иван Моратов (60 кг-дан ауырыраҡ), Таштамаҡтан Глеб Спиридонов (25 кг-ға тиклем), Кирилл Васильев (55 кг-ға тиклем), Семен Семенов (60 кг-ға тиклем) беренселекте бирмәне. Былар барыһы ла Илдус Йәғәфәр улы етәкселегендә шөғәлләнгән уҡыусылар.

Нуғаҙаҡ ауылынан Ислам Ибәтуллин (30 кг-ға тиклем), Үтәймулланан Илнар Садиҡов (45 кг-ға тиклем) шулай уҡ үҙ төркөмдәрендә еңеүсе булды. Уларҙың тренерҙары - Николай Ананьев.

Афарин, уҡыусылар! Алдағы ярыштарҙа ла уңыштар һеҙҙең яҡта булһын!



Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбе материалдары буйынса әҙерләнде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: