Уны Балыҡлыкүл ауылының әүҙем кешеләре башлап ебәрҙе.
Бөгөн иһә Яңы Кәлсер ауыл советы биләмәһендә был акцияға ҡушылдылар.
Клуб, ауыл советы коллективтары, өлкән йәштәгеләр саф һауала скандинав таяҡтары менән йөрөнө. Хәҙер үҙ һаулығын ҡайғыртыусылар кис көндәрендә йыйылышып урамда йөрөп ҡайта: кем спорт аҙымы, кем скандинав таяғы менән. Быны һәр ауылда ла күҙәтергә була.
Йөрөү, шулай уҡ скандинав йөрөшө лә, физик әүҙемлеккә ыңғай йоғонто яһай, ул йөрәк, терәк-хәрәкәт аппараты, тын юлдары ауырыуҙарына, стресс кисергән кешеләргә бик тә файҙалы.
Үҙ сәләмәтлегебеҙгә битараф булмайыҡ, хәҙерге яңы технологиялар заманында физик яҡтан яүҙем булыу бик тә кәрәк!