Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Май 2021, 11:05

ХӘРӘКӘТТӘ – БӘРӘКӘТ, ЙӘКИ СӘЛӘМӘТЛЕК САҠРЫМДАРЫ

Районда “Сәләмәтлек саҡрымдары” акцияһы старт алды. Эстафета Балыҡлыкүл ауылынан башланды.

24 май – Халыҡ-ара скандинав йөрөшө көнө, акция тап ошо көндә старт алды. Ә Балыҡлыкүлдә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа был спорт төрөн яратып шөғөлләнә.
Был уңайҙан ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Цуканов тәбрикләне. Эстафета таяғы итеп скандинав йөрөшө өсөн махсус таяҡ тапшырылды.
Күңелле музыка аҫтында зарядка эшләнеләр. Һәр ҡатнашыусы сәләмәтлек саҡрымын үтте.
БЕЛЕШМӘ.
Был спорт төрө менән шөғөл­ләнеү өсөн төп инвентарь булып таяҡтар тора. Уларҙы дөрөҫ һайлау мотлаҡ.
Был таяҡтар саңғыныҡынан ҡыҫҡараҡ һәм һығылмалыраҡ. Икенсе айырмаһы – махсус формалағы темляк (бармаҡһыҙ бирсәткәне хәтерләтә) ҡуйыла, йәғни һапҡа тағылған элмәк, һәр саҡ ус менән ҡыҫып тотмаҫҡа ирек бирә.
Таяҡ телескопик (шыуҙырмалы торбаларҙан) булһа, оҙонлоғон һәр кем үҙенә ярағанса көйләй. Бер бөтөн булҙа, һатып алғанда йә ҡулдан яһатҡанда уны ентекләп ҡарау һәм һайлау мотлаҡ.
Кешенең буйын 0,66-0,7 коэффициентына ҡабатларға кәрәк. Мәҫәлән, буйығыҙ 165 сантиметр икән, 0,66-ға ҡабатлайбыҙ ҙа, 109 – 115 сантиметр килеп сыға. Таяҡ буйға тура килмәй икән, тубыҡ, арҡа һәм шайтанашыҡҡа көс төшә. Оҙонораҡ булған һайын йөкләнеш тә арта бара икән.
Скандинав йәйәү йөрөү алымының бәләкәй генә үҙенсәлеге лә бар: һул аяҡтың үксәһе ергә баҫҡанда, уң ҡулдағы таяҡ уның менән бер һыҙаттараҡ булырға тейеш. Ергә үксә менән баҫырға кәрәк, шунан ғына ауырлыҡ аяҡ осона күсерелә.
Читайте нас: