Рух
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Май 2021, 11:49

УЛ 18 ЙӘШЕНДӘ ФРОНТҠА КИТӘ

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Мөсәғитовҡа 96 йәш. Быйыл Еңеүҙең 76 йыллығын ҡаршыланы, районда үткән байрам сараларында ла ҡатнашты ул.

Шәриф Ғаҙи улы 18 йәшендә фронтҡа алына. Артиллерия составында Белоруссия ерен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Был айырыуса ҡатмарлы һуғыш “Багратион” тигән кодлы исем аҫтында тарихҡа инеп ҡалған. Совет Армияһы сафында Шәриф Мөсәғитов Польша, Германия ерҙәренән дә үтә.
Иң йәш саҡтарында дәһшәтле һуғыш яланының барлыҡ ауырлыҡтарын күргән ветеран артиллерист балаларҙың, ейән-ейәнсәрҙәрҙең тыныс тормошта йәшәүен теләй. Һуғыш ветеранына иҫәнлек теләйбеҙ, алдағы Еңеү байрамдарын да ҡаршыларға яҙһын!
Читайте нас: