Рух
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Май 2021, 11:55

БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ВЕТЕРАНДАРЫН ҠОТЛАНЫЛАР

ЕҢЕҮ КӨНӨ АЛДЫНАН РАЙОН ХАКИМИӘТЕ БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ВЕТЕРАНДАРЫН ҠОТЛАНЫ

Еңеүҙең 76 йыллығын билдәләү айҡанлы Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов һуғыш ветерандарының өйөндә булды, уларҙы байрам менән ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, күтәренке күңел, рух ныҡлығы теләне. Бер ветеранды ул Талбазы үҙәк район дауаханаһына барып күрҙе.

Зөфәр Йәүҙәт улы һуғышта ҡатнашыусылар менән һөйләште, уларға фашизмды еңеүгә үҙ өлөштәрен индергәндәре, һуғыш мәлендә һәм һуғыштан һуң фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн оло рәхмәтен еткерҙе. Ҡотлауҙар йылы мөхиттә үтте, өлкәндәр ҙә ихлас аралашты.

- Барлыҡ яҡташтарға тыныс күк йөҙө, бәхетле, лайыҡлы тормош теләйем, - тип теләктәрен белдерә Балыҡлыкүл ауылынан Ғабдулла Нурислам улы Рәшитов. – Киләсәккә ышаныс менән ҡарарға булһын, тыныс тормошта хеҙмәт итеүҙе шатлыҡ менән ҡабул итегеҙ. Иң мөһиме: ғаиләләр татыу, туғандар һәм яҡындар гел бергә булһын.

Бөгөнгө көндә районда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 8 кеше йәшәй. Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың сафы йылдан-йыл кәмей.
Үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, һаулығын юғалтып илебеҙгә көтөп алынған Еңеүҙе килтереүҙәре өсөн улар алдында баш эйәбеҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ауырғазы районынан фронтҡа 13,5 меңдән артыҡ кеше китә. Шуларҙың 5,5 меңенә генә тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙған.
Сығанаҡ: Ауырғазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт үҙәге.
Читайте нас: