Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Апрель 2021, 12:18

АУЫРҒАЗЫЛАР АЛДЫНҒЫЛЫҠТЫ БИРМӘНЕ

ҮҪМЕРҘӘР АРАҺЫНДА КӨРӘШ БУЙЫНСА РАЙОН-АРА АСЫҠ КӨРӘШ ТУРНИРЫ ҮТТЕУЛ ЕҢЕҮ КӨНӨНӘ, ШУЛАЙ УҠ СӘЛӘМӘТЛЕК ҺӘМ ӘҮҘЕМ ОҘОН ҒҮМЕРЛЕЛЕК ЙЫЛЫНА БАҒЫШЛАНДЫ

Келәмдә Ауырғазы, Бишбүләк, Дәүләкән, Миәкә, Әбйәлил, Әлшәй райондарының 70-тән күберәк спортсыһы көс һынашты.
Беҙҙең район командаһы 23 көрәшсенән торҙо.
Ярышты асыу тантанаһында Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡотланы, уңыштар теләне. Рәсәй беренселегендә көмөш яулаған Искәнйәр Сатлыҡовҡа, Байрас Назаровҡа һәм уларҙың тренеры Булат Ильясовҡа ҡиммәтле бүләккә (һарыҡ) сертификат тапшырҙы. Төрөмбәт ауыл советы башлығы Юлай Ҡотлоюлов менән «Таштамаҡ» ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Алексей Сидоров спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән.
Район-ара асыҡ көрәш турнирында еңеүселәр кубоктар, миҙалдар, грамоталар менән бүләкләнде. Илдус Йәғәфәр улы Нәҙершин һәм Булат Мирғәли улы Ильясовтың тәрбиәләнеүселәре көсөргәнешле бәйгелә яҡшы әҙерлек күрһәтте.
Турнирҙың һөҙөмтәләре буйынса Ауырғазы районы команда иҫәбе буйынса беренсе урынға сыҡты. Икенселә Бишбүләктәр, Миәкә районы спортсылары – өсөнсө урын яуланы.
Читайте нас: