Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Март 2021, 21:00

КҮҢЕЛЛЕ СТАРТТАР

Төрөмбәт ауылының мәҙәниәт йортонда “Беҙ сәләмәт тормош өсөн!” тип аталған күңелле ярыш үтте.

Төрөмбәт ауылының мәҙәниәт йортонда “Беҙ сәләмәт тормош өсөн!” тип аталған күңелле ярыш үтте.
Спортҡа, әүҙем ял итеүгә өҫтөнлөк бирелеүе һөйөнөслө хәл. Хәҙер кешеләр ҙә, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәрәкәтләнергә, тик тормаҫҡа тырыша. Саңғыла йөрөүселәр һаны арта, скандинав йөрөшө ауылдарҙа ғәҙәти хәлгә әйләнде.
Ә инде ойошҡан рәүештә үткән саралар күптәрҙе йәлеп итә, ситтә тороп ҡалырға тырышмайҙар.
Төрөмбәт мәҙәниәт йортонда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына бағышлап үткәрелгән спорт байрамында ла ҡатын-ҡыҙҙар төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ихлас ҡатнашты.
Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы төрлө сараларға бай булыр, сәләмәт тормош алып барыу мәҙәниәтен дә үҫтерербеҙ, моғайын.
Читайте нас: