Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль 2021, 21:21

Ауырғазы көрәшселәре лайыҡлы сығыш яһаны

Ауырғазы районында үткән Башҡортостан беренселегенә көрәш турнирында беҙҙекеләр яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте

Белеүегеҙсә, 6 февраль Талбазылағы Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбендә 2007-2008 йылғы үҫмерҙәр араһында Башҡортостан Республикаһы беренселегенә көрәш турниры булды.
Республиканың 24 районынан һәм 3 ҡалаһынан йәш көрәшселәр араһынан Рәсәй беренселегенә спортсылар һайлап алыу маҡсаты ҡуйылғайны.
Талбазы башҡорт гимназияһында белем алыусы Байрас Назаров 50 кг, шул уҡ белем усағынан Искәндәр Сатлыҡов 36 кг ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал яулап, Башҡортостан чемпионы булдылар. Улар Рәсәй беренселегендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Эльвир Иҙрисов, Арслан Исхаҡов, Семен Семенов бронза миҙалдар менән бүләкләнде.
Читайте нас: