Рәсәй кубогында 2003 йылғы һәм унан да өлкәнерәк ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша. Бында 2021 йылдың февралендә Эстонияла үтергә тейешле донъя чемпионатына спортсыларҙы һайлап алыу этабы ойошторола.
«Саңғыла спорт ориентирлашыу буйынса спортсыларҙы, тренерҙарҙы һәм судьяларҙы ихлас сәләмләйем. Бөгөн ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә, уның күркәм ҡалаларының береһе Октябрьскийҙа Рәсәйҙең 23 төбәгенән 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Республикала ошо спорт төрөнөң үҫешә башлауы данлыҡлы тренер Анатолий Викторович Богдановтың исеме менән бәйле. Беҙҙең команда һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Бөгөн һауа торошо ла һәйбәт. Бөтәһенә лә уңыштар, һәм, әлбиттә, еңеүҙәр теләйем», — тине Радий Хәбиров, ярышта ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Николай Кудряшов республика һәм ҡала властарына ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе.
Коронавирус инфекцияһы буйынса хәлдең тотороҡланыуы асыҡ һауала ошондай ярыштар уҙғарырға мөмкинлек бирҙе. Ҡалала әлеге спорт төрөн үҫтереү һәм ҙур ярыштар ойоштороу өсөн бөтә шарттар бар.
“Башинформ” мәғлүмәте буйынса.
Фотолар: Башҡортостан хөкүмәте матбуғат хеҙмәте