Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Ғинуар 2021, 17:22

ЙҮГЕРЕҮ ЙӘШӘРТӘ, КӘЙЕФТЕ КҮТӘРӘ

Йүгереү – һәр миҙгелдә лә үҙеңде яҡшы физик формала тотоу өсөн яҡшы ысул. Ҡышын йүгергәндә бер нисә ябай ҡағиҙәне үтәргә кәрәк.

Тирләүҙән һаҡланығыҙ.
Яңы ғына ҡышҡы йүгереүгә әүәҫләнгән кешеләрҙең төп хатаһы – улар, уйлап та тормай, ябай йәйәүле кеүек кейенергә тырыша, ә бит йәйәүлеләр, йүгерһәләр ҙә, үтеп барған автобус артынан ғына йүгерергә мөмкиндәр. Ә һиңә бер нисә саҡрым йүгерергә тура киләсәк, шуға ла атламай торғанда өшөрлөк итеп кейен. Йүгерә башлағас та, организм йылына һәм бер нисә саҡрымдан һуң һиңә барыбер эҫе була башлаясаҡ.
Күп ҡатлы итеп кейен.
Профессиональ йүгереүселәр, ғәҙәттә, ошолай итә: беренсе ҡат кейем тәндән тир һеңдереү функцияһын үтәргә тейеш. Бының өсөн термокейем яҡшы буласаҡ. Икенсе ҡат кейем һыуыҡтан һаҡларға тейеш. Бының өсөн флис кофта йәки свитер оптималь вариант буласаҡ. Өсөнсө ҡат кейем елдән, ямғырҙан йәки ҡарҙан һаҡларға тейеш, тимәк, һыу үткәрмәй торған кейем кәрәк буласаҡ.
Ҡышын йүгергән ваҡытта йылы ла, шул уҡ ваҡытта уңайлы ла булырлыҡ кейем һайлағыҙ. Һауа температураһы 10-дан 15 градусҡа тиклем һыуыҡ булғанда футболка йәки кофта һәм еңелсә спорт курткаһы кейергә мөмкин. Башты һәм ҡолаҡтарҙы һыуыҡтан һаҡлау өсөн бәйләм башлыҡ кейергә кәрәк. Әгәр ҙә үтәнән-үтә инә торған ел иҫһә, куртка эсенән свитер йәки кофта кейегеҙ. Әгәр ҙә тышта температура 15 градустан түбән булһа, йылы йөн свитер, ҡул һәм аяҡтарығыҙҙы туңыуҙан һаҡлау өсөн ойоҡбаш һәм бирсәткә кейергә кәрәк. Кроссовкалар ҡар инмәҫлек итеп, яҡшылап шнурланған булырға тейеш.
Күнекмәләрҙе йылы бинала эшлә.
Һәр йүгереү алдынан разминка мөһим. Йылдың һыуыҡ миҙгелендә мускулдарҙы һәм тарамыштарҙы йәрәхәтләмәҫ өсөн разминканы йылы бинала эшләргә кәрәк. Артыҡ тырышып ташламағыҙ: тирләгән килеш тышҡа сығыу – бик үк яҡшынан түгел.
“Башҡортостан календары” буйынса.
Фото: ВКонтакте
Читайте нас: