Ҡышҡы уйындар мауыҡтырғыс бит ул! Берҙән,санала-саңғыла шыуыу кәйефте күтәрә,икенсенән, сәләмәтлек өсөн дә саф һауа файҙалы.
Ә бала саҡта тик тораһы килмәй бит! Шаяраһың, көләһең.
Үтәймулла ауылында китапхана менән ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә бала-сағаны саҡырып, төрлө саралар ойоштороп тора.
Ҡышҡы каникулда ла тауҙа шыуҙылар, төрлө хәрәкәтле уйындар уйнанылар.
Матур бер көндә балалар саналар, тюбингтар менән килеп, бергәләшеп күңелле итеп уйнанылар. Биттәре алһыуланып, сыр-сыу килеп шыуған уҡыусылар ваҡыт үткәнен дә һиҙмәне. Һуңынан тәмлекәстәр менән һыйланып, термостан йылы сәй эстеләр.