Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Декабрь 2020, 00:33

ГРАН-ПРИ – Ауырғазы районында

Республикала үткән фотоэштәр конкурсында ауырғазыларҙың спорт ярыштарынан фотолар иң яҡшылары тип танылды.

Республикала үткән фотоэштәр конкурсында ауырғазыларҙың спорт ярыштарынан фотолар иң яҡшылары тип танылды.
Башҡортостандың хәрби-спорт фонды «АртподГоТОвка» фоторәсемдәр конкурсына йомғаҡ яһаны.
Быйыл был ижади бәйгелә 11 ҡала һәм район ҡатнашты.
Килгән 216 эштән Ауырғазы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса баш белгесе И.Мөфтәхина ебәргән фотолар иң яҡшыһы тип билдәләнде. ГТО нормативын үтәүҙә ҡатнашыусыларҙы фотограф Гөлназ Кулагина төшөргән. Шулай уҡ райондың спорт бүлеге архивына тип йыйылған фотолар ҙа бар ине.
“Аургазинский вестник” гәзите мәғлүмәте буйынса.
Читайте нас: