Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ғинуар 2020, 12:10

Каратистарыбыҙ һәр саҡ еңеү менән ҡайта

Донъяла бик күп төрлө спорт төрҙәре бар. Шуларҙың береһе - каратэ киокушинкай - менән шөғөлләнеүсе егеттәр һәм ҡыҙҙар тураһында һүҙ алып бармаҡсымын.

Донъяла бик күп төрлө спорт төрҙәре бар. Шуларҙың береһе - каратэ киокушинкай - менән шөғөлләнеүсе егеттәр һәм ҡыҙҙар тураһында һүҙ алып бармаҡсымын.
Ауыр һәм ҡаты спорт төрө тип иҫәпләнгән киокушинкай тыумышы менән йыраҡ Япония иленән. Нисек кенә ауыр булмаһын, киокушинкайҙы Башҡортостанда бик күптәр яратып өлгөрҙө.
Ә инде Ауырғазы районында беренселәрҙән булып Фәим Салауат улы Ғайсин ошо спорт буйынса эш башлай һәм шул ваҡыттан алып балалар күңелендә киокушинкайға ҡарата һөйөү уята. 2006 йылдан түңәрәк уңышлы эшләй, теләп йөрөүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Балалар күпләп түңәрәкте һайлағанға күрә, улар бер нисә төркөмгә бүленгән : алты йәштән - бәләкәстәр, туғыҙ йәштән - урта төркөм һәм ун ике йәштән - үҫмерҙәр төркөмө.
Киокушинкайға уңған, тырыш, көслө, тыңлаусан егеттәр һәм ҡыҙҙар йөрөй.
Фәим Салауат улының үҙ эшен белеп, ысын тренер булып эш итеүе лә күп уңыштарға килтерә.
Киокушинкай түңәрәгенең иң-иңдәре Башҡортостандың Туймазы, Ишембай, Салауат, Өфө, Благовещенск ҡала һәм райондарында күп тапҡырҙар көстәрен һынап, уңыштарға иреште. Шулай уҡ республиканан тыш, Мәскәү, Яңы Чебоксар, Томск, Миәс ҡалаларында ла үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәттеләр. Ошо ярыштарҙың иң ҙур уңышы итеп Фәим Салауат улы Рәсәй кимәлендә чемпион булған Артемий Степановты һанай.
Ошо көндәрҙә Шишмә районында уҙғарылған ярышта ла Ғайсиндың тәрбиәләнеүселәре ҙур үрҙәр яуланы. Һигеҙ беренсе урын: Рафаил Хәсәнов, Айнур Рамазанов, Даниил Рафиҡов, Эльвира Рахманбердыева, Фәнис Хөснуллин, Сергей Федоров, Елизавета Фомина, Сармат Юлдашев, ә бына икенсе урын Герман Иванов менән Эмил Рахманбердыевтарҙа. Фәим Салауат улы уҡыусыларының еңеүҙәре менән бик тә ҡәнәғәт.
Тренерға һәм уның бил бирмәҫ уҡыусыларына киләсәктә ҡуйылған маҡсаттарына ирешергә, үҙҙәренең көстәренә ышанырға, еңеү өҫтөнә еңеүҙәр яулауҙарын теләп ҡалабыҙ.
Һеҙ Ауырғазы районының йөҙөк ҡашы һәм ғорурлығы !!! Афариндар!!!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Исламғолова Рәйсә Усман ҡыҙы.
Читайте нас: