Рух
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
20 Февраль , 13:47

Ауырғазы районынан шағирә һәм прозаик Минира Бикәнәсова яңы китабын туйланы

Томанлы бер көҙгө иртәлә Минира Бикәнәсова улын, хәрби хеҙмәткәрҙе, сираттағы ялынан фронтҡа оҙата. Шул саҡта уның күңелендә тәрән мәғәнәле, һағышлы шиғыр юлдары тыуа. Ул шағирәнең әле яңы сыҡҡан өсөнсө китабында урын ала. Һәм бына бер йылдан һуң Төрөмбәт ауылының ауыл клубында осрашыуҙа ул үҙенең «Фатихамды бирәм, балам» китабының туйын үткәрҙе. Яҡындары, ауылдаштары, фекерҙәштәре ижадсының шатлығын уртаҡлашырға йыйылды. Әҙәби кисә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә лә арналды.

Ауырғазы районынан шағирә һәм прозаик Минира Бикәнәсова  яңы китабын туйланы
Ауырғазы районынан шағирә һәм прозаик Минира Бикәнәсова яңы китабын туйланы

«Гүйә, үҙем – утлы яуҙа...»

120 битлек китап махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы улы Айгизгә,  бөтә яугирҙарға, уларҙың әсәләренә арналған, йоҡоһоҙ төндәрҙәге кисерештәр, доғалар менән һуғарылған.

Ил яҙмышы – һинең яҙмыш. Шулай

Тәҡдир яҙған беҙгә һынауҙарҙы.

Хоҙай ҡөҙрәтенә өмөтөм бар:

Ҡабатлайым көн-төн доғаларҙы.

Ул улы өсөн борсола, һәм: «Гүйә, үҙем – утлы яуҙа...» «Йөрәк кенә арымаһын һәм бирешмәһен күңел», - ти.

Әсәйҙәрҙең Тыуған илен һаҡлаған улдарына булған ихлас һөйөүен ошо һүҙҙәр сағылдыра. Йыйынтыҡҡа тыуған яҡҡа, йолаларға, телгә, әсәһенә арналған төрлө йылдарҙағы шиғырҙар ҙа ингән.

Икенсе өлөштә тормош, төрлө ваҡиғалар тураһында хикәйәләр тупланған. Персонаждарҙың характерын автор оҫта итеп көтөлмәгән яҡтан аса. Уҡыусыны мауыҡтыра, иғтибарын яулай. Һәр әҫәр тәрән мәғәнәле, ихлас хистәргә бай, һутлы. Йыйынтыҡ әсә һөйөүенең һәм тоғролоғоноң ысын ҡомартҡыһы булып тора.

Ижадсының ике китабы – «Күңел моңо» шиғырҙар йыйынтығы һәм хикәйәләре тупланған «Доға ҡөҙрәте» донъя күргәйне инде. Уның шиғырҙары Талбазыла йәшәүсе үҙешмәкәр композитор Эмиль Абдрахмановты музыка ижад итергә рухландыра. «Фатиха» йырын танылған йырсы Юнир Һағынбаев башҡара, Сибай концерт-театр берекмәһе артисы, Фларид Бирғәлин «Ҡурай» йырына клип төшөрөп, уны Ҡурай көнөнә бағышланы. Эмиль үҙе лә Минира Бикәнәсова шиғырҙарына яҙылған йырҙарын башҡара.

Ғаилә - иң ышаныслы терәк

Минира Винер ҡыҙы һөнәре буйынса химия һәм биология уҡытыусыһы. Хеҙмәт юлын Төрөмбәт мәктәбендә башлай. Һуңынан Усман ауылы мәктәбе директоры була. Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыуға һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүлә. Әлеге көндә Степановка ауылы мәктәбендә эшләй. Ире Урал менән өс балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙҙары һәм ике улдары бәләкәйҙән китап ярата, ижади конкурстарҙа ҡатнашып йөрөй. Ата-әсәләр уларҙы мөхәббәт һәм ышаныс мөхитендә, шәхси өлгөләрендә әүҙем, маҡсатҡа ынтылышлы итеп тәрбиәләгән.

Өлкән улдары Айгиз 2012 йылда контракт буйынса Алкино-2 инженер бригадаһында хеҙмәт итә башлай. Рота командиры була, хеҙмәтен яуаплы, намыҫлы башҡара. Дүрт йыл Пензала хеҙмәт итә, йыш ҡына хәрби командировкаларға йөрөй. Рәхмәт хаттары, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. 2022 йылдың февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалына һәм шәхси ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһына - Жуков миҙалына лайыҡ була. Күптән түгел Айгиздың сираттағы отпускыһы тамамланды. Ул ҡабаттан хеҙмәт урынына юлланды. Ә өйҙә, Алкинола, уны ҡатыны һәм дүрт балаһы, тыуған ауылы Усманда ата-әсәһе, һеңлеһе Айгүзәл һәм ҡустыһы Булат көтә.

Илһам шишмәһе тынмаһын!

Осрашыуҙа йылы ҡотлауҙар, ихлас теләктәр яңғыраны. «Шоңҡар» журналының яуаплы секретары Венер Исхаҡов мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙө: - - Минира Винер ҡыҙы менән Ғафури районының Сәйетбаба ауылында үҫтек һәм бер мәктәптә уҡыныҡ, - тип һөйләне Венер Айҙар улы. – Уның әҫәрҙәре мәктәп йылдарында район гәзитендә һәм республика баҫмаларында әүҙем баҫылып сыҡты, «Артек» Бөтә Союз пионер лагерына юллама менән бүләкләнеләр. Ул саҡта уҡ мин уны ысын яҙыусы итеп ҡабул иттем. Минираның миҫалы мине ижад донъяһына алып килде, тип ышанам. Төрөмбәт, Ауырғазы ерендә уны хөрмәт итеүҙәрен күрәм, яҡташымдың шатлығын уртаҡлашырға килеүселәр менән тулы зал булыуына шатмын.

Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Баһауетдинов, үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Айгөл Ғәзиева яңы китап сығыуы менән ҡотланы, уға артабан да ижади үрҙәр яулауын теләне. Ҡәләмдәш дуҫтары, «Зәъгәр шишмә» әҙәби берекмәһе рәйесе Вәрис Аҡбашев һәм шағир Эльверт Хәмәтшин уға үҙҙәренең шиғырҙарын бағышланы.

Мәҙәниәт йорто, ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп уҡыусылары музыкаль номерҙар бүләк итте һәм видеоматериалдар күрһәтте.

Минира Биканасова шундай йылы осрашыуҙан тулҡынланыуын белдерҙе:

- Бындай иғтибар мине хисләндерҙе. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, беҙҙең китапханасыға айырым рәхмәт. Һәм, әлбиттә, мәктәп уҡыусыларына - ҡыҙҙарға һәм малайҙарға - минең шиғырҙарымды тасуири уҡығандары өсөн. Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Нәзир улына минең китабымды баҫтырыуҙа ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәт.

Осрашыу автограф-сессия менән тамамланды. Ҡунаҡтар әҫәрҙәрҙең ихласлығын, күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылыуын һәм ғаилә ҡиммәттәренең, патриотик тәрбиәнең мөһимлеген иҫкә төшөрөү һәләтен билдәләне.

Ауырғазы районынан шағирә һәм прозаик Минира Бикәнәсова  яңы китабын туйланы
Ауырғазы районынан шағирә һәм прозаик Минира Бикәнәсова  яңы китабын туйланы
Ауырғазы районынан шағирә һәм прозаик Минира Бикәнәсова  яңы китабын туйланы
Ауырғазы районынан шағирә һәм прозаик Минира Бикәнәсова  яңы китабын туйланы
Ауырғазы районынан шағирә һәм прозаик Минира Бикәнәсова  яңы китабын туйланы
Ауырғазы районынан шағирә һәм прозаик Минира Бикәнәсова  яңы китабын туйланы
Ауырғазы районынан шағирә һәм прозаик Минира Бикәнәсова  яңы китабын туйланы
Ауырғазы районынан шағирә һәм прозаик Минира Бикәнәсова яңы китабын туйланы
Автор:
Читайте нас