Өсөнсө өлөш
...Магазиндар буйлап хәтһеҙ ваҡыт йөрөне Рәмил. Гөлзифаһына балдаҡ алыу ине хыялы, иртәгә тыуған көнө лә. Вәт исмаһам, шатланыр! Тәүҙә тыйнаҡ ҡына бүләкте ҡулына алыр, йөҙө йәш ҡыҙҙарҙай алһыуланып китер... Рәмил, ҡатынын күҙ алдына килтереп, йылмайып ҡуйҙы. Ныҡ ярата шул ҡәҙерлеһен, Гөлзифанан да матурыраҡ, уңғаныраҡ ҡатын-ҡыҙ юҡ уның өсөн.
- Бына, бөгөн генә килделәр, әле берәү ҙә алманы. Ҡарағыҙ әле, ниндәй балҡыйҙар, - тине һатыусы, Рәмилгә витриналағы алтын-көмөштәргә күрһәтеп. –Һеҙгә ниндәйе оҡшай?
Бихисап ялтырауыҡтар араһынан күп һайларға тура килмәне, бер затлы ҡашлыһы Рәмилгә күҙ ҡыҫҡандай булды. Ҡупшы һауытҡа һалдырып та алды, кинолағы кеүек ҡапҡасын асып, һөйгәненең күҙҙәренә генә ҡарап тапшырасаҡ бүләген...
Район үҙәге ауылдан йыраҡ түгел, асфальт юлдан 30 саҡрымды үтеүе нимә ул!
Рәмил машинаһына ултырғас, газға баҫты, тәжрибәле водитель ҡар һала башлаған юлдарға иғтибар итмәй шәп барыуын белде. Эңер төшөп, күҙ бәйләнә башлағайны инде. Бына юлдың яртыһына ла килеп етте, тик тиҙлекте кәметергә тура килде - буран көсәйгәндән-көсәйә... Бер мәлгә юл бөтөнләй күренмәҫ булды. Бындай саҡта туҡтап тороуың хәйерле. Рәмил тормозға баҫты. Машинаһынан сығайым тип, ишекте асырға булды. Ҡайҙа ул! Этәргес ел ирҙән көслөрәк булып сыҡты. Юлда берәй машина күренһәсе... Хәйер, был көндә кем йөрөһөн, китер кеше китеп, ҡайтыры - ҡайтып бөткәндер.
Рәмил машинаһын ҡабыҙып, әкрен генә ҡуҙғалырға булды, алға барырға кәрәк, күп булһа, 10-15 саҡрым ара ҡалғандыр. Март бураны бар асыуын сығарып, үс алғандай аяуһыҙ ҡыланды - ҡарҙарҙы осортоп юлдарға һыланы, күкте лә, ерҙе лә бер бөтөн яһаны.
Бер-нисә метр үтергә генә өлгөрҙө Рәмил: машинаһы ҡар ҡамауында ҡалып һүнде лә ҡуйҙы. Төрлөсә ҡыланып ҡараны ир - тик юлға арҡыры һалынған ҡар өйөмө минут һайын өйөлдө лә өйөлдө.
Рәмил машинаһын ҡабыҙып-ҡабыҙып, йылытып алғыланы. Төндө үткәрһәм, иртән берәй әмәле сығыр әле, тип өмөтләнде. Бәй, Гөлзифаға шылтыратып әйтергә кәрәк, көтөп алйығандыр. Телефонын ҡабыҙайым тиһә, уның да зарядкаһы бөткән булып сыҡты. Хәйерсегә ел ҡаршы, тип әсенде ир.
Эйе, ялан яғының бураны үтә аяуһыҙ шул. Ҡар, ел тотор урмандар, тауҙар юҡ. Эй, тәбиғәттең көсө... Кешелек донъяһының аҡылы менән ниҙәр генә уйлап сығарылмаған да, ниндәй генә зиһен-аң бейеклектәренә күтәрелмәгән. Әммә тәбиғәткә ҡаршы көс юҡ һәм булмаясаҡ та. Тәбиғәт ғәрәсәте алдында һәр беребеҙ тигеҙ - байлыҡ та, дәрәжә лә – бер ни ҙә ҡотҡара алмай. Хоҙай мәрхәмәтенә инанырға, ҡылған гонаһтарыбыҙға тәүбә итеп, эшләгән изгелектәрҙең сауабына өмөтләнергә генә ҡала.
Рәмилде йоҡо баҫты.
... –Йәнем, һиңә бер бүләгем бар. Тик шуны бел - иң ҡәҙерле бүләк - ул һин.
Рәмил Гөлзифаһының бармағына балдаҡ кейҙерҙе. Ҡатынын наҙлап ҡосағына алды. Икеһе лә был мәлдә шундай бәхетле, шат ине. «Бына бер йүләр, балдаҡты күптән бүләк итһәм ни булған? Ошо хәтлем йылдар көттөрмәһәм», - тип үҙен-үҙе шелтәләне ир. Әйтерһең дә, бер ат хаҡы! Әллә ниңә беҙ, ир-ат, йылы һүҙгә, яғымлы ҡарашҡа һаранбыҙ шул, ике тыуғанбыҙмы ни донъяға. Ул ҡосағында иҙрәгән ҡатынына ҡараны - был ни хәл? Әле генә ҡояштай балҡыған ҡатыны урынында...бөркәнсекле бала ята... Рәмил, ҡото осоп, ҡурҡышынан йән тәслим ҡысҡырып ебәрҙе.
...Манма тиргә батып уянып китте Рәмил. Әле генә күргәндәре төш булыуына шатланһа ла, тәне ҡалтыраны, тамағы кипте. Машина эсе тынсыу, эҫе тойолдо. Ир кейемдәрен сисергә тотондо, күҙенә йыраҡта емелдәгән уттар күренде. Уны тағы йоҡо баҫты, тәне ауырайҙы. Төшөнә ҡурҡыныс йәнлектәр керҙе, уларҙың ауаздары йәнен өшөттө. Күпме шулай өн менән төш араһында буталғандыр, билдәһеҙ. Һаҡ ҡына машина быялаһына сирткән тауыш айнытып ебәрҙе.
- Туҡ!Туҡ!Туҡ!
Баштан-аяҡ ап-аҡ кейемдәге ике ир Рәмилгә ым-ишара яһай, ишегеңде ас, йәнәһе. Ир көс-хәл менән машина ишеген асты ла, үҙе шунда уҡ иҫен юғалтты. Таныш булмаған юлаусылар Рәмилде күтәреп, үҙҙәренең машинаһына алып китте. Ҙур, көслө йөк машинаһы яуыз бурандан да былайыраҡ геүләп урынынан ҡуҙғалды.
Ҡотҡарыусылар Рәмилде үҙҙәре йәшәгән йортҡа алып килде. Нефтселәр булып сыҡты улар. Машина газына ағыуланып өлгөргән иргә тәүҙә нашатыр еҫкәттеләр. Тәнен спирт менән ышҡып, йылы сәй эсерҙеләр, урап йоҡларға ятҡырҙылар.
Иртәгәһен буран баҫылғайны инде. Тәбиғәт тулғаҡтан ҡотолғандай еңел тын алып, өр-яңы көн тыуҙырған. Ҡояш балҡый, турғайҙар сырҡылдаша, көндәр яҙға тарта шул.
- Тирә-яҡ юлдарҙы ҡарап әйләнергә ҡуштылар кисә. Күҙ асҡыһыҙ, мәрхәмәтһеҙ буран ҡамауында ҡалыусылар юҡмы тип, оҙаҡ ҡына йөрөнөк, - тине Рәмилде ҡотҡарыусы егеттәрҙең береһе. - Инде кире боролабыҙ тигәндә, күҙебеҙгә ут салынды.
- Бәләкәй генә булып емелдәп артынан эйәртә бит, әйтерһең, бер һылыуҙың күҙ ҡарашы, - тип дауам итте икенсе ир. - Бара торғас, ҡапыл ут юҡҡа сыҡты. Алдыбыҙҙа ҡар күмеп киткән машинаң тора. Бына шул хикмәт ҡотҡарҙы ла инде һине.
Төштән һуң Рәмил, рәхмәт әйтеп, ҡатыны янына ашыҡты, һөйләр хәбәрҙәре күп ине уның...
Минира Бикәнәсова