Юҡ, тышта буран сығып, ҡар бөртөктәре тәҙрәгә сирткән икән. Ҡатын бошоноп тышҡа күҙ һалды. Төн ҡараңғылығын аяуһыҙ ел ҡар ҡамауына ураған. «Эй, Аллам, был буранда нисек ҡайтыр, юлда ҡалып, бер-бер хәл була күрмәһен...»
Иренең холҡон яҡшы белә ул. Бер нимәне алдына алһа - эшләмәй ҡуймай. Ашығыс йомошо булғандыр...
Рәмил менән осраштырған минуттарын иҫкә төшөрҙө Гөлзифа. Ҡалала уҡыған осорҙа булды был хәл.
Иптәш ҡыҙҙары менән концертҡа барғайнылар. Училищелағы үҙешмәкәр түңәрәгенә йөрөүсе студенттар тарафынан ине был сара. Башҡа уҡыу йорттарынан да йәштәр йыйылған. Егеттәр, ҡыҙҙар бик матур итеп концерт ҡуйҙылар, йырланылар, бейенеләр. Бына иң һуңғы концерт номерын иғлан иттеләр: сәхнәгә ҡаҡса буйлы егет сыҡты.
Ҡулындағы ҡурайын алып һыҙҙырып ебәрҙе. Күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәтеп, йөрәккә үткәреп уйнаны егет. Эх, үҙебеҙҙең башҡорт моңо! Ҡурай тауышын тыңлағанда, Гөлзифаның күҙ алдына тыуған яҡтарының йәшел болондары, ҡуйы урмандары, сылтырап аҡҡан йылғалары килеп баҫты. Барыһы ла дәррәү алҡышлап, ҡабат-ҡабат сәхнә түренә саҡырҙылар егетте. Концерттан һуң дискотекаға ла ҡалдылар.
- Һеҙҙе бейергә саҡырырға мөмкинме? - тине берәү Гөлзифаға. Ул артына боролоп ҡараһа - теге ҡурайсы егет баҫып тора.
Шул көндән башлап дуҫлашып йөрөй башланылар. Рәмил ябайлығы, иғтибарлы булыуы, итәғәтлелеге менән яуланы ҡыҙ күңелен. Уҡыуҙан һуң егет һөйгәне янына ашыҡты, Гөлзифа ла уның килгәнен көтөп алды. Киноға, театрҙарға йөрөнөләр, төрлө тамашаларҙы ҡалдырманылар йәштәр.
Ә бер көндө булған хәл Гөлзифаның күңелендә мәңгегә уйылып ҡалды.
Яҙғы йылы кис. Ҡараңғы төшөп килгән мәл. Гөлзифа менән Рәмил ҡала паркы буйлап атлай, уларҙың һүҙҙәре бөтөрлөк түгел. Тамам бер-береһенә өйрәнеп, мөхәббәт утында янған осорҙары.
- Әйҙә, ҡайтайыҡ, юҡһа ятаҡ ишектәре ябылыр, - тине Гөлзифа һөйгәненә.
Ҡапыл әллә ҡайҙан дүрт егет пәйҙә булды. Тәүҙә Рәмилдән тәмәке һоранылар, шул арала берәүһе Гөлзифаға бәйләнергә тотондо. Рәмил һөйгәнен тартып алып, егетте этеп ебәрҙе. Йөрәге табанына төштөмө ни, ныҡ ҡурҡыуҙан ҡалтыранды Гөлзифа, хатта бер мәлгә аңын юғалтҡандай булды.
«Йә, Хоҙай, быларға Рәмил ҡаршы тора буламы? Йә үлтергәнсе туҡмарҙар, йә ғәрип яһарҙар...», - тигән уй мейеһен ярҙы. Гөлзифа күҙҙәрен йомдо, ҡулдары менән башын тотоп ергә сүгәләне. «Исмаһам, ни ҡылғандарын күрмәйем. Яҡын-тирәлә кеше лә күренмәй бит. Эй, Аллам, ярҙам ит... », - тип иламһыраны эстән.
Дүрт әзмәүерҙәй егет Рәмилде уратып баҫты. Бына-бына улар егеткә ташланырға тора. Берәүһе бигерәк имәнес - башы яп-ялтыр итеп ҡырылған, ҡараштары мыҫҡыллы һәм һауалы. Рәмил улар араһында ҡураныс ҡына күренә.
Шул ваҡыт араларынан берәүһе:
- Һе, был теге ҡурайсы егет түгелме ни?- тине.
- Бәй, эйе шул, исемен дә белә инем әле...- тип эләктерҙе икенсеһе.
- Рәмил.
- Әәә, тощно, шул.
Егеттәр берәм-берәм Рәмилгә ҡул бирә башламаһынмы! Баҫҡан урынында шаңҡып торған Гөлзифаның эсенә йылы йүгерҙе...
Ошо хәлде иҫенә төшөрһә, әле лә аяҡтары ҡалтырап китә.
Әллә шул... бөркәнсек ғәләмәте булдымы, тип уйлай хәҙер Гөлзифа.
Ҡайтҡас та, «бөркәнсекле» бала булып тыуғанын Рәмилгә һөйләргә ҡарар итте ҡатын, белмәй йөрөмәһен. Ана бит, күпме бәләнән һаҡлаған уларҙы бөркәнсек шәүләһе... «Ышанмаған булыр әле ул, уйҙырма, иҫкелек ҡалдығы тигән булыр», - тип уйланы Гөлзифа.
Минира БИКӘНӘСОВА.