Бөтә яңылыҡтар
Илһам
31 Октябрь 2025, 15:40

Бөркәнсек (хикәйә)

Һуңғы ҡайтҡанында әсәһе Гөлзифаны янына ултыртып һүҙ башланы:- Ҡыҙым, быға тиклем бер әйтмәнем, әллә ниңә ҡурҡтым, - тине.Гөлзифа бер ни аңламай әсәһенә төбәлде:- Ни булды, әсәй, әллә...- Юҡ, бер ни ҙә түгел. Тыуған көнөң яҡынлаша башлаһа, гел иҫемә төшә лә тора.- Әсәй, көттөрмә инде, әйтә һал, - тине Гөлзифа түҙемһеҙләнеп. – Мин тыуғанда бер-бер хәл булдымы? Әллә ... мин икенсе кеше балаһымы?...

Бөркәнсек (хикәйә)
Бөркәнсек (хикәйә)

- Кәләш, мин тиҙ генә район үҙәгенә барып киләм, юғалтма, - тине ире Гөлзифаға.

Ҡатынының яуабын көтөп тә тормай, телефонын һүндереп ҡуйҙы. Хәйер, өйрәнеп бөткән Гөлзифа быға - көн тимәй, төн тимәй, һәр ваҡыт юлда хәләле.

Эйе, шофер ҡатыны булыу еңелдән түгел, башҡалар кеүек сәғәт-минутына иреңдең «тып» итеп өйгә ҡайтып инеүе бер хыял ғына. Өйҙәге эштәр ҙә, мал-тыуар, баҡса - барыһы ла һинең өҫтә. Айырыуса балалары бәләкәй саҡта керҙәре кибеп бөтә, икмәге бешеп сыға, мунсаһы була, көтөүҙәге мал ҡураға ябыла, ә ире һаман юҡ, көтә-көтә балалары йоҡлап китер ине. Гөлзифа сабыр ғына донъя көтөүен дауам итте, балаларының өҫ-башы бөхтә, тамаҡтары һыйлы булды. Тормоштары ла кешенекенән кәм түгел.

Эшен бөтөргәс, ҡатын көҙгөгә күҙ ташланы. Битендәге һиҙелә башлаған һырҙарға иғтибар итте. Юҡ, кәйефе ҡырылманы уның, киреһенсә, йөҙөнә сабырлыҡ, матурлыҡ өҫтәгәндәй улар. «Хоҙай биргән ғүмер бүләге ул һырҙар, һәр кемгә лә тәтемәй», - тип әйтергә ярата әсәһе. Ҡәҙерле кешеһен иҫенә төшөргәс, Гөлзифа көрһөнөп ҡуйҙы, алыҫ ҡына ауылда япа-яңғыҙы йәшәй бит ғәзизе.

- Әсәй, үҙебеҙҙә генә торһаңсы, бер үҙеңә ҡыйындыр, - тип Гөлзифа ҡайтҡан һайын ҡабатлай .

Уныһы:

- Өйөмдөң утын һүндереп, тыуған ояғыҙҙы тар-мар итеп сығып китһәм, вәт шул саҡта ҡыйын, тип әйтерһең. Балаларымды һағынып көтөп алыуҙарымды, донъя күргән әхирәттәрем менән көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп ултырыуҙарҙы бер нимәгә лә алыштырмайым, - тип ҡырт киҫте. – Аяҡтарым атлағанда, үҙемде-үҙем йөрөткәндә торайым әле, балам.

Әсәһе хаҡлы, ауылға, тыуған йортҡа талпынып ҡайтыуҙары - үҙе бер ғүмер бит ул. Күстәнәстәреңде теҙеп, әсәйең менән сәй эсеүҙәр йөрәккә ял, күңелгә тыныслыҡ килтерә.

Һуңғы ҡайтҡанында әсәһе Гөлзифаны янына ултыртып һүҙ башланы:

  • Ҡыҙым, быға тиклем бер әйтмәнем, әллә ниңә ҡурҡтым, - тине.

Гөлзифа бер ни аңламай әсәһенә төбәлде:

- Ни булды, әсәй, әллә...

- Юҡ, бер ни ҙә түгел. Тыуған көнөң яҡынлаша башлаһа, гел иҫемә төшә лә тора.

- Әсәй, көттөрмә инде, әйтә һал, - тине Гөлзифа түҙемһеҙләнеп. – Мин тыуғанда бер-бер хәл булдымы?  Әллә ... мин икенсе кеше балаһымы? - тип көлкөгә борҙо.

- Кит, ауыҙыңдан ел алһын!

- Һуң...

- Әйтһәм әйтәйем инде, - тине әсәһе, йөҙөнә борсолоу билдәләре сығарып, - бөркәнсек менән тыуғайның һин, ҡыҙым, уны асмайынса кемлегеңде белмәнек.

Гөлзифаны әсәһенең «яңылығынан» бигерәк, шул саҡлым йылдар әйтмәй йөрөүе шаңҡытты.

- Бөркәнсек шәүләһе баланы хәүеф-хәтәрҙән, яман күҙҙән һаҡлап, уны  бинахаҡҡа рәнйетеүсегә язаһын ебәреп торор, тигән ырым йәшәй. Бөркәнсекле тыуғандар хикмәтле була, тиҙәр, - тине әсәһе. - Шөкөр, имен-аман йәшәп ятаһығыҙ, шулай ғына була күрһен.

...Ошо һөйләшеүҙән һуң Гөлзифа йыш уйланды. Әллә төштәренең ысынға сығыуы, уйлағанының йыш ҡына алдына килеүе шул бөркәнсек эшеме? Кит булмаҫ, Хоҙайҙан юғары булып буламы? Барыһы ла был донъяла - уныҡы... Улай тиһәң, бөркәнсекте лә ул биргән дәһә...

Ҡатындың уйҙарын шомло тауыш бүлде:

... - Туҡ, туҡ!

Гөлзифа, һағайып, ишеккә ыңғайланы. Рәмиле ҡайтҡандыр...

 

Минира БИКӘНӘСОВА.

(Дауамы бар)

Автор:
Читайте нас