Уға йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр һәм призерҙар Почет грамоталары,ҡиммәтле бүләктәр алды. Конкурста ҡатнашыусылар төрлө жанрҙағы эштәрен ебәрҙе. Төп шарт - уларҙың конкурстың тематикаһына тап килеүе ине.
Беҙҙең төркөмгә яҙылған уҡыусыларыбыҙ араһында мәктәп уҡыусылары ла, өлкәндәр ҙә булды. Конкурс жюриһы төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләне. Ҡатнашыусыларҙың үҙ эштәренә яуаплы ҡарашын билдәләү айырыуса ҡыуаныслы.
Усман ауылынан (Ҡаҙморон) шағирә, уҡытыусы Минира Бикәнәсова үҙенең шиғырын бөйөк шағирға бағышланы, ә Талбазыла йәшәүсе үҙешмәкәр композитор Эмиль Абдрахманов был шиғырға музыка яҙҙы. Ижади дуэт юғары баһаланды, икеһе лә беренсе урынға лайыҡ булды.
Өлкәндәр араһынан шулай уҡ Талбазы лицейы уҡытыусыһы Рәйсә Исламғолова халыҡ художестволы сәнғәтенән өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла әүҙемлек күрһәтте. Алтынсы класс уҡыусылары Данил Әлимбәков (I урын), Риана Тәминдарова (II урын), Илзирә Абдрахманова (II урын), Самат Һатлыков (III урын) конкурсҡа шағирҙың шиғырҙарына ҡарата һүрәттәр тәҡдим итте. Самат менән Илзирә шиғырҙар ҙа ижад иткән, «Шиғриәт»номинацияһында ла урын алдылар. Икенсе класс уҡыусыһы Данис Йәлилов үҙенең йәш категорияһында һүрәттәр буйынса, ә балсыҡтан бюст эшләгән Асҡар Йәлилов «Скульптура» номинацияһында беренсе булды. Гимназия уҡыусыларын конкурс эштәренә уҡытыусы Айгөл Һатлыкова әҙерләгән.
«Шиғриәт» номинацияһында Түрһәгәҙе мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Элиза Юнысоваға (етәксеһе Алһыу Раянова) ла беренсе урын бирелде.
Степановка мәктәбе уҡыусылары Алтынай Назарова (етәксеһе Минира Бикәнәсова) һәм Вәсилә Ильясова (етәксеһе Гөлсинә Заһитова) Р.Назаровтың тормошона һәм ижадына арналған иншалар ебәрҙе.
Конкурсҡа Яңы Федоровка урта мәктәбе уҡыусылары ла үҙенсәлекле эштәр тәҡдим итте. Улар араһында шиғырҙарға ҡарата һүрәттәр һәм пластилинография техникаһында эшләнгән әйберҙәр булды. Бишенсе кластан Валерия Кириллова, Александр Яковлев һәм алтынсы кластан Ирина Иванованың эштәре үҙенсәлеклелеге менән айырылып торҙо.
Уҡыусыларға маҡтау грамоталары һәм бүләктәр мәктәп линейкаларында тапшырылды. Бөтә еңеүселәр һәм призлы урындар яулаусыларға ҡиммәтле бүләктәр алыуға финанс ярҙамы күрһәткән өсөн район хакимиәтенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ә инде беҙҙең төркөмдә тороусыларҙы алдағы конкурс-бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡрабыҙ!