-4 °С
Болотло
Рәхмәтлемен атай-әсәйемә
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбамдың битен аса-аса
Башлап алдым тәүге ғилемде.
Хыял-уйҙарымда, йырҙарымда
Әсәм теле минең аңымда.
Уның аша күскән холоҡ-фиғел
Башҡортлоғом аға ҡанымда!
Балаларым тыуҙы башҡорт булып
Милләт рухым күсте уларға.
Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар
Һауам да бар әле, һуларға.
Мәңге йәшә, йәшнә тыуған телем!
Үлемһеҙ бул- ошо теләгем!
Йөҙөм яҡты, намыҫым саф булыр
Туған телен белһә ейәнем.