Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
11 Декабрь , 12:42

Матур йыр тыңлап алығыҙ!

Хәйбулла районы Мәмбәт ауылы егете Эмиль Абдрахманов Ғафури районы Сәйетбаба ауылы ҡыҙы Минира Бикәнәсованың "Башҡорт аты" шиғырына көй яҙған. Эйе, улар икеһе лә Ауырғазыла йәшәй һәм ижад итә. 

Матур йыр тыңлап алығыҙ!
Матур йыр тыңлап алығыҙ!

Бына йырҙың һүҙҙәре:

БАШҠОРТ АТЫ.

1. Урман- дала күркәмлеге:
Аттар сабып уйнауы,
Йылға-күлде хозурлатып
Үҙәндәрҙе буйлауы.

Ҡушымта:
Киң күкрәкле, йылғыр, көслө
Сыҙамлы башҡорт аты!
Яуҙа-яуҙаш, тоғро юлдаш
Алтынға тиңһеҙ хаҡы.

2. Тәүәккәл һабантуйында,
Ир-аттың уң ҡанаты,
Утлы яуҙан еңеп ҡайтҡан
Ҡаһарман башҡорт аты!

3. Урал батыр эйәрләгән
Аҡбуҙат тоҡомонан,
Тарихымдың ҡомартҡыһы
Күскән ата- бабанан.

4. Тыуған ерҙең бәрәкәтен
Арттырһын башҡорт аты!
Ер-һыуҙарҙың тыныслығын
Һаҡлаһын башҡорт аты!

 

(Илнур Баййегетов фотоһы).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: