Мин бөгөн- яугир әсәһе,
Тик шул йыуата мине:
Ғүмер баҡый ил ҡайғыһын
Күтәргән ир- ат иңе.
Уйымда- балам яҙмышы,
Түгел уйын-хикмәттәр.
Эш-хәстәрҙең олорағы,
Башҡасараҡ ҡиммәттәр...
Аптыратмай мажаралар,
Һоҡланмайым матурға.
Баш эйәм мин әсәйҙәргә,
Яуға киткән батырға.
Ил яҙмышы ҡушҡан юлдан
Атлай беҙҙең уландар,
Хызыр Ильяс юлдаш булһын,
Имен, хаҡ барыр юлдар.
Гүйә үҙем утлы яуҙа,
Көрәштә, еңел түгел.
Йөрәк кенә арымаһын
Һәм бирешмәһен күңел.
Меңдәр араһында мин дә
Яугир улдың әсәһе.
Бәғерҙәрҙе өтөп ала
Ил ҡойған йәш әсеһе.
Әсәйемә
Әсәм өсөн мин әле лә бала –
Ҡурсалай ул хәтәр, ямандан.
Аҡыл-кәңәштәрең, әсәй, кәрәк:
Мин өйрәнәм һинән һаман да...
Һөйләшеп тә һүҙҙәр бөтәр түгел,
Эй, рәхәт тә һинең янында!
Йылы ҡулың сәстәремдән һыйпай,
Мин сабыймын әсәй барында!
Ғүмер биреп, үҫтергәндә беҙҙе
Күпме ауырлыҡтар күтәрҙең...
Бирешмәнең, сабырлығың еңде,
Кәңәшсеһе булдың күптәрҙең!
Уңғанлығың хайран итә мине,
Өлгө алам һинән бар эштә.
Доға-теләктәрең һаҡлап тора:
Һин ерҙәге изге фәрештә!
Оло йөрәгеңдә мәрхәмәт тә,
Бөтмәҫ аҡыл, иман, түҙем дә.
Әсәләрҙең бөтә бөйөклөгөн
Йыйғанһың һин, әсәй, үҙеңдә!