-4 °С
Болотло
Көҙ килде, тип иламағыҙ әле!
Таңдар ата йәйге иртәләй:
Ҡояш нуры болоттарҙы ярып
Наҙлы ғына беҙҙе иркәләй.
Урман-ҡырҙар аяҡ аҫтарына
Услап һипкән алтын тәңкәләр,
Ә Ҡарһылыу төндә шыпырт ҡына
Теҙеп сыҡҡан ап-аҡ сәскәләр!
Көҙгө һауа – йәнгә бер тыныслыҡ,
Йәйге селләләрҙән арынып,
Киткән ҡоштар тағы ҡайтыр әле,
Тыуған ояларын һағынып.
Тып-тып яуған ямғыр тамсылары
Йырҙар йырлай, унда күпме наҙ!
Көҙҙөң моңһоулоғо бер ни түгел,
Күңелемдә йәшәй... ярһыу яҙ!