Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
2 Март , 16:35

Үтәймулланың яҡты йондоҙо

Яҡташыбыҙ, Үтәймулла ауылы ҡыҙы, шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты  Әлфиә Әсәҙуллинаға бөгөн 65 йәш тулды.

Үтәймулланың яҡты йондоҙо
Үтәймулланың яҡты йондоҙо

Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай ул. Республика гәзит-журналдарында, район гәзите "Ватан юлы"нда, «Йәш көстәр» альманахында баҫыла. 1982 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға керә.
Бер үк ваҡытта Башҡортостан китап нәшриәтендә (хәҙер Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте) эш башлай. Тәүҙә корректор булһа, 1992 йылдан алып балалар әҙәбиәте мөхәррире, 2005 йылдан балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире булып эшләй.

Һуңғы йылдарҙа ул ошо уҡ бүлектә мөхәррир эшен башҡара. Ғаиләһендә ике ҡыҙ – Раушания һәм Динара, улдары Салауат. Ҡыҙы Динара Кәримова-Һаҙыева ла әсәһенең һәләтен үҙ иткән, шиғырҙар яҙа. Бер ейән, ике ейәнсәргә һөйөклө өләсәй ҙә Әлфиә Нәжип ҡыҙы. Балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә башҡорт рухында тәрбиәләнә, телде, мәҙәниәтте яҡшы беләләр. Әле күптән түгел һигеҙенсе класта уҡыған ейәнсәре Розалина туған телдәр буйынса төньяҡ-көнсығыш федераль олимпиадаһында ҡатнаша. Башҡа ғаиләләрҙә лә балалар телде белһендәр ине, китапҡа ылығып, йөрәктәрендә һөйөү йөрөтһөндәр ине, ти юбиляр.

Беҙ рухлы, ныҡлы ихтыярлы Әлфиә Нәжип ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, һүнмәҫ ижад ялҡыны, донъя шатлыҡтарын, тирә-яҡтағыларҙың хөрмәтен, ихтирамын тойоп йәшәүен теләйбеҙ.


Шағирә Әлфиә Әсәҙуллина «Күбәләк күлдәк ҡотлата», «Сайҡала сауҡалар», «Ҡояшҡа таж кейҙерәм», «Һанашмаҡтар», «Зоопарк килде беҙгә», «Һәр бер һөнәр кәрәкле», «Ысыҡлы ҡояш», «Хыял осошо», «Күлсумғанға ни булған» исемле балалар һәм өлкәндәр өсөн китаптар авторы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: