Рух
+16 °С
Облачно
Илһам
9 Февраля 2024, 07:41

Ерҙе аҡ ҡар һылап киткән

(Рәшит НАЗАРОВ)

Добавить в предпочтительные источники Google
Ерҙе аҡ ҡар һылап киткәнЕрҙе аҡ ҡар һылап киткән
Ерҙе аҡ ҡар һылап киткән

Ерҙе аҡ ҡар һылап киткән,

Һырыған юрғанмы ни.

Яҙыласаҡ китап битен

Ел асып торғанмы ни!

Баҫҡан һайын «шығыр!..» бында

Һәр аҙымың «шиғыр...» бында.

Шығыр-шығыр... Бик шәп сығыр,

Тик яҙ шиғыр! Шығыр-шығыр...

 

Офоҡтан офоҡҡа ҡарап

Йырғанда ҡар диңгеҙен,

Китаптың тәү юлы булып

Ярылып ҡалды эҙем.

Ә ҡар һаман йырлай бирә,

Йөрәгемә ҡеүәт бирә:

Шығыр-шығыр... Бик шәп сығыр,

Тик яҙ шиғыр! Шығыр-шығыр...

12.01.1963

Ерҙе аҡ ҡар һылап киткән
Ерҙе аҡ ҡар һылап киткән
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас