-4 °С
Болотло
Рәхмәтлемен һәр яңы көн өсөн,
Тыныс ата алһыу таңдарым.
Хоҙай ҡушҡанына тоғро ҡалып
Уҙһын ине ғүмер йылдарым.
Имен йөрөһөндәр балаларым,
Туғандарым – кесе, ҙуры ла.
Һаулыҡтарҙан бер ҙә айырмаһын,
Ҡалдырмаһын кеше ҡулына...
Күңелемде биләй яҡты уйҙар
Бер кемгә лә теймәҫ яманлыҡ!
Ауыр һүҙҙәр – түбән күңелдәрҙә
Йөрәк итен өтөп алырлыҡ!
...Шөкөр итәм Хоҙай биргәненә
Үҙ итмәйем байлыҡ, данын да...
Күңелемә гел ауаздаш булған
Дуҫтар булһын ине янымда...