Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
18 Декабрь 2023, 10:46

ҠАР БӨРТӨКТӘРЕНӘ РӘХМӘТ!

Бөгөн – ғәҙәти булмаған байрам икән – Ҡар бөртөктәренә рәхмәт әйтеү көнө! Бала саҡтан һәр кем ҡар бөртөктәрен тотоп, уның биҙәктәрен ҡарарға яраталыр. Һәр бөртөгө ҡабатланмаҫ, тәбиғәт бигерәк мөғжизәле, уйлап ҡараһаң. Шағирҙар ҙа бит әҫәрҙәрендә уны ынйы, йондоҙ, мәрйендәр һ.б. сағыштыра. Бөгөн дә ҡар яуа, эй тырышып фотоға эләктерергә тырыштым, тик ваҡ ҡарҙың формаһы эләкмәй ҙә ҡуя... Ә бына шағирәбеҙ Минира Бикәнәсова матур шиғыр ҙа яҙған.

ҠАР БӨРТӨКТӘРЕНӘ РӘХМӘТ!
ҠАР БӨРТӨКТӘРЕНӘ РӘХМӘТ!

ҠАР

Ергә йондоҙ яуамы ни –

Тамаша!

Төҫтәренә, нурына күҙ

Ҡамаша.

Гүйә улар етеҙлектә

Һынаша,

Кемуҙарҙан атлығыша,

Ҡыуыша.

Ел уларҙан саҡ-саҡ ҡына

Ҡалыша,

Биттәремә килеп ҡуна,

Һылаша,

Ергә, ағас баштарына

Һырыша.

Тылсымына урай ҡыш, эй

Тырыша...

ҠАР БӨРТӨКТӘРЕНӘ РӘХМӘТ!
ҠАР БӨРТӨКТӘРЕНӘ РӘХМӘТ!
ҠАР БӨРТӨКТӘРЕНӘ РӘХМӘТ!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: