Рух
+22 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Илһам
5 Декабрь 2023, 06:04

Ҡыш

( Минира БИКӘНӘСОВА)

ҠышҠыш
Ҡыш

Аяҡ баҫтыҡ аҡ ҡыштарға
Сафлыҡ бөркә һауаһы,
Ынйы ҡарҙың ғүмере алда,
Яуаһы ла яуаһы.

Керһеҙ күңеле ерҙе паҡлай
Уның шат, шаян сағы!
Аяҡ аҫтында шыңғырҙап
Ихлас көлөүе тағы...

Ел йырлаһа, инәлтмәйсә
Төшөп китә бейергә!
Һалҡын ҡыштар етте, тиеп
Уйламағыҙ көйөргә!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас