-3 °С
Болотло
Мин ауылда тыуҙым.
Ҡырҙар гиҙеп,
Йырҙар эҙләнем.
Һағыш диңгеҙендә йөҙмәнем мин,
Ҡайғы һиҙмәнем.
Ауыл миңә йылы ҡосаҡ булды –
Әсә ҡосағы.
Ауылдарҙа – йырҙың сабый сағы –
Илһам усағы.
Ҡырҙар юлы – гөл-сәскәгә тулы,
Шул гөлдәр аша
Күңел ҡылым минең, йөрәк йылым
Ергә тоташа.
Мин аңлайым ерҙең һәр һулышын,
Йәмен аңлайым.
Ил кешеһен, уның бөйөк эшен
Һөйәм, данлайым.
Гөлдәр күрһәм, ләкин сәстәремә,
Өҙөп теҙмәйем.
Шул гөлдәрҙән тыуыр йырҙарыма
Аҙыҡ эҙләйем.
Һәм ышанам: киң хистәрҙән алған
Алыҫ хистәрем
Йыр булыр ҙа, ҡырҙарыма бирер
Бай емештәрен...