-4 °С
Болотло
Атайымдай ғәзиз, ҡәҙерлеһең,
Әсәйемдәй наҙлы, яҡынһың.
Балам кеүек йөрәк түрендәһең,
Йән йылыта сағыу балҡышың.
Башҡортостан, тим дә баҙап ҡалам:
Тел ҡеүәһе етмәй маҡтарға.
Йәнтөйәгем, бөртөк тупрағыңды
Алыштырмам аҫыл таштарға.
Ватан күкрәгендә яҡты йондоҙ –
Башҡортостан тигән ил-йортом.
Ситкә сәфәр сыҡһам, тыуған ерҙе
Йөрәгемдә бәпләп йөрөтәм.
Һулышыңдан тыным иркенәйә,
Ҡеүәтеңдән арта дәрт һәм сәм.
Башҡортостан, һинең киңлегеңдә
Үҙ юҫығын таба һөнәрмән.
Таң тыуҙырған һәр бер яҡты көнөң
Тоҡандыра өмөт-ышаныс.
Киләсәккә ҡыйыу ынтылаһың
Халҡың йөрәгенән көс алып.